Все новости
Новости
22 Декабря 2020, 13:00

Иғтибар! Кастинг!

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған «Рәми. Шағир көндәлеге» тулы метражлы нәфис фильмы төшөрөләсәк. Киноға төшөргә теләгән 8-13 йәшлек малайҙарҙы кастингҡа саҡыралар! #Ватандаш#РәмиҒарипов#Фильм#Кастинг

Өфөлә киноға төшөргә теләгән 8-13 йәшлек малайҙарҙы кастингҡа саҡыралар.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған «Рәми. Шағир көндәлеге» тулы метражлы нәфис фильмды билдәле Өфө режиссеры Булат Йосопов төшөрә.

Кастингтың беренсе этабы онлайн форматта уҙғарыла. Ғаризалар 10 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.

Ижади эш:

1. Башҡортса шиғыр/ проза / мәҫәлде яттан һөйләүҙе видеоға яҙҙырырға;

2. Видеола «Исем-шәрифте, йәште, ҡала/ауылды» күрһәтергә;

3. Һылтанма буйынса анкета тултырырға, видеояҙма һәм фото һалырға.

Актёрҙарға дөйөм талаптар:

— 8-13 йәшлек малай;

— башҡорт телен белеү мотлаҡ;

— спектаклдәрҙә һәм фильм төшөрөүҙә ҡатнашыу тәжрибәһе булһа, бик яҡшы.

Ебәрелгән эштәрҙе ҡарағас, кандидаттар Өфөгә һынап ҡарауға саҡырыла.

Читайте нас: