Все новости
Новости
22 Декабря 2020, 13:25

Фажиғә артынан фажиғә...

Уҙған төндә янғынға бәйле йәнә бер фажиғә теркәлде. Саҡмағош районының Үрнәк ауылында шәхси йорт янып китеү сәбәпле ике кеше утта һәләк булған. Асыҡланыуынса, уларҙың береһе – 1942 йылғы ҡатын, икенсеһе – 1934 йылғы оло йәштәге ир. #Ватандаш#янғын

Уҙған төндә янғынға бәйле йәнә бер фажиғә теркәлде.

03:03 сәғәттә ҡотҡарыусылар Саҡмағош районының Үрнәк ауылындағы Еңеү урамында шәхси йорт янып китеүе хаҡында хәбәр ала. Тиҙ ярала ваҡиға урынына ауыл советының ирекмән янғын һүндереүселәре менән республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы ҡотҡарыусылары килеп еткән. 7х7 квадрат метрлы бер ҡатлы бүрәнә йорт шырпы кеүек гөлтләп янып та бөткән.

Янғын 03:56 сәғәттә һүндерелгән. Емереклектәрҙе таҙартҡан саҡта унда ике кеше кәүҙәһе табылған. Уларҙың береһе – 1942 йылғы ҡатын, икенсеһе 1934 йылғы оло йәштәге ир булыуы асыҡланған. Әлеге ваҡытта ут сығыу сәбәптәре асыҡлана.

Тағы ла бер тапҡыр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итмәҫкә, үҙ ғүмеребеҙгә битараф булмаҫҡа саҡырабыҙ!

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы.

Читайте нас: