Все новости
Новости
22 Декабря 2020, 18:30

Бөгөн – иң оҙон төн

22 декабрҙән 23-өнә ҡарата төн — йылдағы иң оҙон төн. 22 декабрь елһеҙ булһа, киләһе йыл емеш-еләк уңасаҡ. Әгәр ел уйнап торһа, ул яҙын көн менән төн тигеҙләшкәнгә тиклем йүнәлешен үҙгәртмәйәсәк.Атай-олатайҙарыбыҙ ҡояш торошо һәм көн менән төндөң тигеҙлеге күренештәрен тормоштағы иң мөһим байрамдарҙың береһе тип атаған. #Ватандаш#һынамыштар

22 декабрҙән 23-өнә ҡарата төн — йылдағы иң оҙон төн. Был күренеш ҡышҡы ҡояш торошо тип атала. Йыл эсендә ике ҡояш торошо – ҡышҡы һәм йәйге. Төньяҡ ярымшарҙа ҡышҡы ҡояш торошо 21 йәки 22 декабргә тура килә. Быйыл ул 22 декабргә тура килде. Шуға күрә бөгөн – иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн.

Атай-олатайҙарыбыҙ ҡояш торошо һәм көн менән төндөң тигеҙлеге күренештәрен тормоштағы иң мөһим байрамдарҙың береһе тип атаған. Йыл барышында ул дүрт байрамды: ике ҡояш торошон һәм ике көн менән төндөң тигеҙлеген билдәләгән. Тап ошо байрамдар игенселеккә, төҙөлөшкә, башҡа мөһим эштәргә башланғыс биргән.

22 декабрь елһеҙ булһа, киләһе йыл емеш-еләк уңасаҡ. Әгәр ел уйнап торһа, ул яҙын көн менән төн тигеҙләшкәнгә тиклем йүнәлешен үҙгәртмәйәсәк.

22 декабрь астрономик ҡыштың башы тип иҫәпләнә. Иртәгә яҡты көн арта башлаясаҡ.

Читайте нас: