Салауат районы хакимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп быға тиклем Өфө ҡалаһының Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән Марат Ғилманов тәғәйенләнде.
Марат Әнис улы Ғилманов 1985 йылдың 15 авгусында Салауат районының Шәрип ауылында тыуған. Юғары белемле: М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлаған.