Бөгөн "Ватандаш" редакцияһы ҡунаҡтар ҡабул итте – Свердловск өлкәһенән килгән милләттәштәребеҙҙең хәл-әхүәле, өлгәшелгән уңыштары менән таныштыҡ, киләсәккә пландар билдәләнек.
«Свердловск өлкә башҡорттары үҙәге» рәйесе Фәһимә Фәхритдин ҡыҙы Йосопова, крайҙы өйрәнеүселәр Рәфхәт Тәлғәт улы Исмәғилев, Мөжәүир Сәғәҙи улы Буранбаевтар бик күп материал да алып килгән. Улар киләһе йылда "Ватандаш" журналында донъя күрәсәк.
Башҡортостандан ситтә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, башҡорт мәҙәниәтен һәм тарихын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән милләттәштәребеҙ менән осрашыу бик йәнле үтте. Алыҫ араны яҡын итеп килеүҙәренә, рухи усаҡты һүндермәүҙәренә рәхмәтлебеҙ һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлек киләсәктә үҙ емештәрен бирер, тигән өмөттәбеҙ!