"Төбәк лидерҙары" телевизион проекты тамамланды. "Геройҙар ваҡыты" номинацияһында Өфө ҡалаһы Дим районындағы клиник дауахананың баш табибы Фәнил ШӘМИҒОЛОВ еңеүсе тип билдәләнде.
"Ватандаш" журналының ноябрь һанында Фәнил Булат улы хаҡында күләмле очерк донъя күргәйне. Табиптың тормош юлы һәм һөнәри эшмәкәрлеге хаҡында баҫманың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева бәйән итә (https://vatandash.rbsmi.ru/articles/zdorove/Al-i-i-i-ta-564082/).
"Коронавирусҡа бәйле хәл тормошобоҙҙо үҙгәртеп ҡорорға мәжбүр иткәс, төп ауырлыҡ табиптар иңенә төштө. Геройҙарға тиңләһәләр ҙә, беҙ – үҙ эшебеҙҙе ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы ябай кешеләр, – тине Фәнил Шәмиғолов бүләкләү тантанаһында. – Ошо ваҡыт эсендә 15 вахта алмашынды, 4500-гә яҡын кешене ковидтан дауаланыҡ. Клиникабыҙҙың иң яҡшылар иҫәбенә индерелеүе, кешеләрҙең рәхмәт һүҙе – беҙҙең өсөн иң ҙур баһа!"
Коронавирусҡа ҡаршы алғы һыҙыҡта көрәшеүсе уҙамандың тәжрибәһе һәм көсөргәнешле хеҙмәте лайыҡлы баһаланыуға ифрат шатбыҙ һәм ихлас ҡотлайбыҙ!
#Ватандаш
#коронавирус
#ЛидерыРегиона
#ТөбәкЛидерҙары
#ФәнилШәмиғолов