Все новости
Новости
19 Декабря 2020, 13:50

Йәнә янғын...

Кисә кис Учалы районы Баттал ауылында бүрәнә өйҙө ут ялмап алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утта ике кеше һәләк булған.Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына янғын хаҡында 18 сәғәт 9 минутта хәбәр итәләр. Ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтмәү ҡот осҡос эҙемтәләргә килтереүе хаҡында онотмайыҡ, үҙ ғүмеребеҙгә битараф булмайыҡ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек!

Кисә киске 18.09 сәғәттә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Учалы районы Баттал ауылында бүрәнә өй яныуы тураһында хәбәр килә.

Янғын һүндереүселәр 56 квадрат метр майҙанлы йортто 20.13 сәғәттә һүндеререүгә өлгәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кешенең – 1959 йылғы ҡатындың һәм 1968 йылғы ирҙең – утта һәләк булыуы асыҡлана.

Тәфтиш-оператив төркөм һәм янғын тәүтикшереүсеһе янғын сәбәптәрен асыҡлай.

Ҡыш етеү менән йорт-ҡураларҙа янғын сығыу ихтималлығы бермә-бер арта. Кешеләр электр ҡорамалдарын һаҡһыҙ ҡуллана, күп осраҡта вайымһыҙлыҡ һәм яуапһыҙлыҡ күрһәтә. Ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтмәү ҡот осҡос эҙемтәләргә килтереүе хаҡында онотмайыҡ, үҙ ғүмеребеҙгә битараф булмайыҡ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек!

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас: