Все новости
Новости
18 Декабря 2020, 16:20

Әмир, Арина – иң популяр исемдәр

Башстат быйыл Башҡортостанда донъяға килгән сабыйҙарҙың иң популяр исемдәрен иғлан итте. Малайҙарға йышыраҡ – Әмир, ә ҡыҙҙарға Арина тип исем ҡушҡандар. Статистиктар мәғлүмәте буйынса...

Башстат быйыл Башҡортостанда донъяға килгән сабыйҙарҙың иң популяр исемдәрен иғлан итте.

Малайҙарға йышыраҡ – Әмир, ә ҡыҙҙарға Арина тип исем ҡушҡандар.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2020 йылдың 10 айында республикала 34 408 бала тыуған, был 2019 йылдың ғинуар-октябренә ҡарағанда 2,9 процентҡа кәмерәк.

Статистиктар мәғлүмәте буйынса, төбәктә, тотош илдәге кеүек үк, әсәлектең «өлкәнәйеү» тенденцияһы дауам итә.

Әгәр элекке йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар күберәк 20-24 йәштә бала тапһа, 2019 йылда әсә булыу күпселек осраҡта 25-29 һәм 30-34 йәш төркөмдәренә тура килә.

Читайте нас