ДУҪТАР! АСЫҠ ИШЕКТӘР КӨНӨНӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
"Ватандаш" журналы редакцияһында иртәгә, йәғни 17 декабрҙә, Асыҡ ишектәр көнө үтә.
Журналға яҙылырға теләп тә өлгөрә алмай ҡалғандар, арзан хаҡҡа яҙылырға, ҡулъяҙма тапшырырға, журналистар менән танышырға, күрешергә, фекер алышырға, бергәләп фотоға төшөргә теләгәндәр, - рәхим итегеҙ!
Һеҙҙән - подписка, беҙҙән - ҡулъяҙмалар ҡабул итеү, бүләктәр (фотоһүрәтегеҙ менән календарь), йәнле аралашыу!!! Квитанциялар журнал редакцияһы тарафынан үткәреләсәк бүләктәр уйнатыуҙа (тонометр, массаж яһаусы аппарат һ.б.) ҡатнашасаҡ.
Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө һанлы йортта урынлашҡан Матбуғат йортона рәхим итегеҙ!
P.S. Коронавирустан һаҡланыу сараһын күҙәтеү һорала.