Бөгөн Халыҡ-ара сәй көнө икән. Башҡорт халҡының аш-һыуында сәй ҙур урын тота. Электән сит илдән килтерелгән сәйҙәрҙе һатып алғандар, шулай уҡ мәтрүшкә, ҡарағат, сейә, төрлө еләктәрҙең япраҡтарын, боланутты ошо маҡсатта файҙаланғандар.
Башта сәй дарыу сифатында ҡулланылған. Уны эсемлек итеп файҙаланыу Ҡытайҙың Тан династияһы хакимлыҡ иткән осорҙа (618—907 йылдар) киң таралған.
Сәй эсәйек, әсәй, бер ултырып,
Йәшел кәсәләрҙе тултырып.
Эс бушатып, серҙәр сисешәйек,
Ығы-зығыларҙан арынып.
Маңлайыңа тағы һыр өҫтәлгән,
Күңелеңде, әйтсе, кем ҡыйҙы,
Күҙҙәреңдә һағыш, әрнеү ҙә бар,
Сәсеңдә лә күрәм аҡ ҡарҙы.
Моңаймасы, әсәй, мин яныңда,
Ҡосаҡлап бер, ҡана, үбәйем.
Килер көндәреңде аҡ бәхеткә,
Шатлыҡтарға ғына күмәйем.
(Гөлсәсәк Торомтаева).