Все новости
Новости
15 Декабря 2020, 23:50

ЕТЕГӘН ЙОНДОҘ

Башҡорттар борон-борондан, башҡа халыҡтар кеүек үк, күк есемдәрен күҙәткән, өйрәнгән. Халыҡта ай, ҡояш һәм йондоҙҙарға бәйле легендалар барлыҡҡа килгән. Күк йөҙөнөң төньяҡ ярымшарында урынлашҡан ете сағыу йондоҙҙан торған йондоҙлоҡто һәр кемебеҙ белә, әлбиттә. Урыҫса ул йондоҙлоҡ Большая медведица тип аталаһа, башҡортса – Етегән.... Бик борон заманда ер ҡалаҡтай ғына, күк табаҡтай ғына булған. Әҙәм заты ишәйә барған, кейек-йәнлек заты күбәйә барған, ер әкренләп киңәйә барған; ер киңәйгәс, күк тә ҙурайған.Ул саҡта бөтә халыҡ бер ҡаҙандан ашай икән. Бер Алып килеп сыҡҡан да ҡаҙанды күтәреп эскән. Ни эшләмәк кәрәк? Тотонғандар оло ҡаҙан яһарға. Ҡаҙаны булғас, сүмесе лә кәрәк. Ҡаҙанды ҡойғандар көмөштән, сүместе яһағандар алтындан.

Башҡорттар борон-борондан, башҡа халыҡтар кеүек үк, күк есемдәрен күҙәткән, өйрәнгән. Халыҡта ай, ҡояш һәм йондоҙҙарға бәйле легендалар барлыҡҡа килгән.

Күк йөҙөнөң төньяҡ ярымшарында урынлашҡан ете сағыу йондоҙҙан торған йондоҙлоҡто һәр кемебеҙ белә, әлбиттә. Урыҫса ул йондоҙлоҡ Большая медведица тип аталаһа, башҡортса – Етегән.

... Бик борон заманда ер ҡалаҡтай ғына, күк табаҡтай ғына булған. Әҙәм заты ишәйә барған, кейек-йәнлек заты күбәйә барған, ер әкренләп киңәйә барған; ер киңәйгәс, күк тә ҙурайған.

Ул саҡта бөтә халыҡ бер ҡаҙандан ашай икән. Бер Алып килеп сыҡҡан да ҡаҙанды күтәреп эскән. Ни эшләмәк кәрәк? Тотонғандар оло ҡаҙан яһарға. Ҡаҙаны булғас, сүмесе лә кәрәк. Ҡаҙанды ҡойғандар көмөштән, сүместе яһағандар алтындан.

Теге Алып килгән дә ҡаҙанды күтәреп ҡараған. «Яраған», - тип урынына ултыртҡан да сүместе ҡулына алған. «Быныһы бик еңел икән», - тип, һауаға сорғотоп, тотоп алайым тиһә, сүмес юҡ: әйләнеп-әйләнеп осҡан да йондоҙҙар араһына инеп боҫҡан.

Алып сүмесе әле лә бар. Ете йондоҙ булып ялтырай ул: сүместең төбө - дүрт йондоҙ, тотҡаһы - өс йондоҙ, йәмғеһе етәү. Үҙе һәр саҡ әйләнеп тора ул Алып сүмесе: кистән ауыҙы өҫтә була, иртәнгә һырт яғы өҫкә сыға.

Читайте нас: