Все новости
Новости
15 Декабря 2020, 12:20

Әбәйәлилдә – фажиғә...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив штаб эшмәкәрлеген ойоштороу өсөн Әбйәлилгә юлланды. Бөгөн төндә унда ҡот осҡос фажиғә булды – Ишбулды ауылындағы янғын 11 кешенең ғүмерен өҙҙө.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив штаб эшмәкәрлеген ойоштороу өсөн Әбйәлилгә юлланды. Бөгөн төндә унда ҡот осҡос фажиғә булды – Ишбулды ауылындағы янғын 11 кешенең ғүмерен өҙҙө.

Янғын тураһындағы хәбәр дежурныйҙарға 2.54 сәғәттә килә. 1960 йылдарҙа төҙөлгән бина ут тоҡана, унда 16 кеше була. 3.17 сәғәттә урынға Хәлил ауылы советының ирекле янғын командаһы килеп етә. Улар биш кешене ҡотҡарып ҡала.

– Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама эшләүенә ҡарамаҫтан, 11 кешене ҡотҡара алмайҙар. Әле районда ғәҙәттән тыш хәл индерелде, – тип белдерҙе Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов.

Был йорт былтыр март айында Мәрхәмәтлек йорто булараҡ теркәлгән, унда башлыса оло йәштәгеләр һәм инвалидтар йәшәгән.

Читайте нас: