Все новости
Новости
14 Декабря 2020, 13:35

Башҡорт теле көнө менән!

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Башҡорт теле көнө уңайынан ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Үҙ сәхифәһенә ул баш ҡалабыҙҙың 44-се полилингваль мәктәбе уҡыусылары төшөргән видеояҙманы ла ҡуйған.

“Беҙ башҡорт телен уҡытыу алымдарын үҙгәрттек. Әле ошо рус телле класс уҡыусыларының йылмайған йөҙөнән күренеүенсә, яңы ҡараш балаларға бик тә оҡшай, – тип яҙа Радий Хәбиров. – Уҡыусыларҙы телде өйрәнеүгә мәжбүр итеү түгел, уларҙы ҡыҙыҡһындырырға кәрәк. Телде популярлаштырыу йәһәтенән ошондай саралар туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән һөҙөмтәлерәк булыр, тип ышанам”.

Республика Башлығы үҙенең һүҙен “Башҡорт теле көнө менән ҡотлайым!” тип тамамлаған.

Башҡортостан Хөкүмәтендәге кәңәшмә лә байрам менән ҡотлауҙан башланды. Мәғлүм булыуынса, бөгөн бай программа көтөлә. Кис “Башҡортостан” дәүләт концерт залында концерт була. Унда Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһала.

Читайте нас: