Бөгөн Мәскәү ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы «Мегаполиста башҡорт теле: тенденциялар һәм перспективалар» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Онлайн рәүештә уҙғарылған кәңәшмәлә Мәскәү башҡорттары сафтарынан активистар, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттарының башҡарма комитеты һәм урындағы бүлексәләре ағзалары башҡорт теленең халыҡ күпләп йәшәгән Рәсәй ҡалаларындағы киләсәге хаҡында фекер алышты.
«Илебеҙҙең баш ҡалаһындағы башҡорт йәмәғәт ойошмалары башҡалар өсөн өлгө булып тора. Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостандан ситтә тәүгеләрҙән булып яңы ҡануниәтте файҙаланып башҡорт телен һаҡлау мәсьәләһен әүҙем хәл итә башланы. Эре ҡалаларҙа башҡорт телен һаҡлау темаһын да Мәскәү башҡорттары тәүгеләрҙән булып күтәрҙе. Улар был һорауҙың тәғлимәтен генә өйрәнеп ҡалмай, ғәмәлдә лә уңыштарға өлгәшә. Мәктәптәрҙә дәүләт яғынан дәрестәр ойошторолмаған шарттарҙа башҡорт телен уҡытыу алымдарын булдырғандар, әле был методик күрһәтмәләр менән Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡа милләттәштәребеҙ ҙә ҡыҙыҡһына»,— тип белдерҙе түңәрәк өҫтәлдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы Рәйесе Эльвира Айытҡолова.