Новости
11 Декабря 2020, 07:30

Юл алдынан доға ҡылығыҙ...

Бөгөн йома, күптәребеҙ ял көндәренә ауылға, ата-әсәләре һәм туғандары янына ҡайта. Машина менән юлға сыҡҡанда тәүҙә «Аятүл-Көрси»ҙе, һуңынан ошо доғаны уҡырға кәрәк:"Сүбханәлләҙи сәххара ләә һәҙә күннә ләһү муҡъириниә үә иннә раббинә ләмүнҡалибун. Бисмилләһи мәжраәһә үә мүрсаһа иннә рабби ләғафурур рахим".Мәғәнәһе:

Бөгөн йома, күптәребеҙ ял көндәренә ауылға, ата-әсәләре һәм туғандары янына ҡайта. Хәйерле сәфәр насип итһен өсөн машина менән юлға сыҡҡанда тәүҙә «Аятүл-Көрси»ҙе, һуңынан ошо доғаны уҡырға кәрәк:

"Сүбханәлләҙи сәххара ләә һәҙә күннә ләһү муҡъириниә үә иннә раббинә ләмүнҡалибун. Бисмилләһи мәжраәһә үә мүрсаһа иннә рабби ләғафурур рахим".

Мәғәнәһе: "Аллаһ, һинең исемеңде телгә алып юлға сығам. Миңә биргән сәләмәтлек һәм эш өсөн Һиңә шөкөр итәм. Сәфәрҙә мине, машинамды, юлсыларҙы бәлә-ҡазаларҙан һәм бөтөн ҡурҡыныстарҙан Һин һаҡла, ярҙамыңдан ташлама. Беҙ күпме генә гонаһлы булһаҡ та, Һин беҙҙе ғәфү ит. Барасаҡ еребеҙгә һау-сәләмәт етеүебеҙҙе насип ит. Балаларыбыҙҙы ата-әсәһеҙ ҡалдырма, ата-әсәләрҙе балаларhыҙ ҡалдырма. Әйләнеп ҡайтҡанда ғаиләләребеҙҙе ҡайғы-хәсрәтһеҙ күрергә насип ит. Һинең һәр нәмәгә көсөң етәлер, Аллаһым! Әмин! "

"Иман нуры".
Читайте нас