Синоптиктар алдағы көндәрҙә ҡаты һыуыҡтар тураһында иҫкәртә. Республикала һалҡын антициклон хакимлыҡ итәсәк.
Һауа температураһы нисә градусҡаса төшәсәк һуң?
Бөгөн, 10 декабрҙә, һауа температураһы көндөҙ -9,-14 градус була.
11 һәм 12 декабрҙә термометр бағанаһы төндә -15,-20, урыны менән -22,-27 градусҡаса төшә. Көндөҙ -9, -14 градус һалҡын булыуы көтөлә.