Все новости
Новости
9 Декабря 2020, 16:30

Сибайҙы Яңы йыл объекттары биҙәй

Сибайҙың төп майҙанында Яңы йыл арт-объекттары ҡалҡып сыҡты. Улар – «Бүләк», «Ҡурай», «Йыл символы Үгеҙ», йөрәк, даға, ҡояш формаһындағы аркалар.

Сибайҙың төп майҙанында бер нисә яңы йыл арт-объекттары ҡалҡып сыҡты. Улар – «Бүләк», «Ҡурай», «Йыл символы Үгеҙ», йөрәк, даға, ҡояш формаһындағы аркалар.

«Ҡала халҡына оҡшар тип ышанабыҙ!» — тип яҙҙы ҡала мэры Рөстәм Афзалов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Ул «ошо матурлыҡты тыуҙырыу өсөн айҙан ашыу алһыҙ-ялһыҙ эшләгән» Халыҡ мәҙәниәте үҙәгенең һәләтле ижади төркөмөнә рәхмәт белдерҙе. Оҫталар – Тимур Мөрсәлимов, Раил Латипов, Тимур Исмәғилев, Анатолий Насакин, Евгений Столбов, Илһам Таһиров, Лилиә Рәхмәтуллина.

Мэр шулай уҡ ошо проекттың идея авторы — Сибай хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илшат Солтангәрәевҡа ла рәхмәт әйтте. «Уның тынғыһыҙлығы һәм тырышлығы менән барыһы ла килеп сыҡты», — тип билдәләне ҡала башлығы.

Читайте нас: