Все новости
Новости
9 Декабря 2020, 14:00

Өфөлә VI Бөтә донъя фольклориадаһының исем туйы уҙҙы

Өфөлә башланған Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһы-2020 сараһының тәүге көнө VI Бөтә донъя фольклориадаһының исем туйы менән тамамланды. Фольклор ижадының халыҡ-ара фестивале Башҡортостанда 2021 йылдың йәйендә үтәсәк.

Өфөлә башланған Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһы-2020 сараһының тәүге көнө VI Бөтә донъя фольклориадаһының исем туйы менән тамамланды. Фольклор ижадының халыҡ-ара фестивале Башҡортостанда 2021 йылдың йәйендә үтәсәк. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Исем туйы "Cosmopolitan"дың этник стилдәге кейемдәрен күрһәтеү менән башланды.

– Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһының беренсе көнөн тамамлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Минеңсә, коронавирус пандемияһы сәбәпле һайланған ғәҙәти булмаған форматҡа ҡарамаҫтан, программа бик бай, ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Тиҙҙән беҙҙе күп эшлекле осрашыуҙар көтә. Башҡортостанға рәхим итегеҙ!

Киске сара Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамблдәренең, “Ҡурайсы” төркөмө һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашевтың сығыштары менән тамамланды.

Билдәле булыуынса, фольклориада Халыҡ-ара фольклор фестивале һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының (CIOFF) рәсми сараһы булып тора, дүрт йыл һайын үткәрелә. Йола буйынса, унда 60-80 илдән өс мең самаһы артист ҡатнаша.

Беренсе фольклориада 1996 йылда Нидерландтарҙа үтә, аҙаҡ Япония, Венгрия, Көньяҡ Корея һәм Мексикала ойошторола. Сираттағыһы Өфөлә үтәсәк тигән ҡарар 2015 йылда Перула үткән CIOFF-тың 45-се Бөтә донъя конгресы һәм Генераль Ассамблеяһы барышында ҡабул ителгәйне.

Әлфиә МИнҒӘЛИЕВА.

Мәғлүмәт https://bash.rbsmi.ru/ сайтынан алынды.
Читайте нас: