1. Бәхет аҡса менән үлсәнмәй.
Насар кешеләр генә тормош матурлығын күреп йәшәү урынына һәр ваҡыт кеҫә янсығын ҡалынайтыу тураһында уйлай.
2. Ҡарарҙарҙы тиҙ арала ҡабул итегеҙ.
Яратмаған эш, уңайһыҙ шарттар, күңелгә оҡшамаған кешеләр менән аралашыу, киләсәкһеҙ мөнәсәбәттәрҙе өҙмәҫ өсөн мең төрлө сәбәп табырға була. Уңышлы кешеләр, барыһы ла яйланыр әле тип, ҡул ҡаушырып ултырмай. Ваҡиғалар ағышын үҙ файҙаһына үҙгәртеү өсөн бөтә көсөн һала улар.
3. Ваҡ-төйәккә зарланмағыҙ.
Яҙмыштың яратҡан кешеләре бер ваҡытта ла тирә-яҡтағыларға үҙенең уңышһыҙлығы тураһында һөйләмәй. Киреһенсә, һәр бер осраҡтың ыңғай яғын табып, файҙа алырға тырыша.
4. Эшегеҙҙе яратығыҙ.
Психологтар әйтеүенсә, эшегеҙҙе яратмаһағыҙ, ҙур эш хаҡы ла бәхетле итә алмаясаҡ. Тиҙ арыясаҡһығыҙ, стрестар ҙа көттөрмәйәсәк. Күңелгә оҡшаған эш – уңайлы тормош.
5. Үҙегеҙҙе башҡалар менән сағыштырмағыҙ.
Бәхетле кешеләр бер ваҡытта ла үҙҙәрен башҡалар менән сағыштырмай. Бигерәк тә бүтәндәрҙең уңышына көнләшмәй. Үҙегеҙҙе яратырға өйрәнегеҙ. Шәхси теләктәрегеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ. Шул ваҡытта ғына тормошоғоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер.