Эштәр өс йүнәлеш буйынса тәҡдим ителде: "Ғаилә йылъяҙмаһы" (үҙенең шәжәрәһен, шәжәрәләрен тасуирлау, уның һүрәте һәм башҡалар); "Тыуған ил тарихында минең ғаиләм" (бәләкәй Ватаныбыҙҙың тарихы аша шәжәрә тураһында мәғлүмәт); "Беҙҙең династия" (һөнәри династиялар, йәмғиәт һәм ғаилә тормошонда уның роле тасуирлана).
БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Илшад улы Зинуров билдәләүенсә, конкурста Әлшәй, Бәләбәй, Бөрйән, Илеш, Ишембай, Мишкә, Туймазы, Яңауыл райондары, Нефтекама, Октябрьский, Өфө ҡалалары мәктәптәре уҡыусылары, А.В.Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре, Башҡорт дәүләт университеты студенттары яҡшы һөҙөмтә күрһәткән.