Все новости
Новости
7 Декабря 2020, 17:31

Яҙыусы Флүр Ғәлимовты тыуған көнө менән!

Бөгөн билдәле прозаик, драматург, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы лауреаты, Валентин Катаев исемендәге әҙәби премия лауреаты, “Ватандаш”тың дуҫы һәм абруйлы авторы – Флүр Ғәлимов тыуған көнөн билдәләй.Флүр Ғәлимов — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, хикәйәләр, повестар һәм пьесалар авторы. Яҙыусының «Яңы башҡорт» романы, «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы башҡорт прозаһына яңы һулыш өрҙө. Уның «Покаяние над пропастью» трилогияһы 2018-се йылда баҫтырылды һәм рус, инглиз, төрөк теленә тәржемә ителде.“Ватандаш”тар әҙипкә ижади бейеклектәр, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләй, яңы әҫәрҙәрен көтөп ҡала!

Бөгөн билдәле прозаик, драматург, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы лауреаты, Валентин Катаев исемендәге әҙәби премия лауреаты, “Ватандаш”тың дуҫы һәм абруйлы авторы – Флүр Ғәлимов тыуған көнөн билдәләй.
Флүр Ғәлимов — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, хикәйәләр, повестар һәм пьесалар авторы. Яҙыусының «Яңы башҡорт» романы, «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы башҡорт прозаһына яңы һулыш өрҙө. Уның «Покаяние над пропастью» трилогияһы 2018-се йылда баҫтырылды һәм рус, инглиз, төрөк теленә тәржемә ителде.
“Ватандаш”тар әҙипкә ижади бейеклектәр, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләй, яңы әҫәрҙәрен көтөп ҡала!
Читайте нас: