Все новости
Новости
4 Декабря 2020, 23:25

"Күрше генә түгел, стратегик яҡтан мөһим төбәк тә"

Бөгөн Силәбе өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Силәбе өлкәһе башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм активистарының Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе дәүләт власы органдары вәкилдәре менән дискуссия-осрашыуы үтте.

Бөгөн Силәбе өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Силәбе өлкәһе башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм активистарының Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе дәүләт власы органдары вәкилдәре менән дискуссия-осрашыуы үтте.
Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов мөрәжәғәт итте.
«Силәбе өлкәһе беҙҙең өсөн күрше генә түгел, стратегик яҡтан мөһим төбәк тә. Унда Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең иң күбеһе тупланған. Силәбе өлкәһендә йәшәүсе башҡорт халҡы араһында эш алып барыу беҙҙең милли сәйәсәттең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең милли-мәҙәни ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ. Силәбе өлкәһе хөкүмәте 19 мәктәпкәсә һәм 31 дөйөм белем биреү учреждениеларында башҡорт телен уҡытыу ойошторған. Бынан тыш, Силәбе ҡалаһының Халыҡтар берҙәмлеге үҙәгендә теләүселәргә башҡорт телен өйрәтеү алып барыла. Туған тел булараҡ башҡорт телен барлығы 4 меңдән ашыу бала өйрәнә. Бының өсөн Силәбе өлкәһе хөкүмәтенә рәхмәтлебеҙ. Шул уҡ ваҡытта Магнитогорск ҡалаһында 59-сы, Миәстәге 1-се, 22-се мәктәптәрҙә, Сыбаркүл районының Бишкил, Арғаяш районының Ҡыҙыл Октябрь, Сосновка районының Кременкүл ауылдары мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүгә мохтажлыҡ бар. Ошо йәһәттән дә ярҙам булыр, тип өмөт итәбеҙ. Туған телде өйрәнеү хоҡуғы закон менән нығытылған һәм тыуған республикабыҙҙан ситтә йәшәгән башҡорттар өсөн был бик уңайлы. Яңыраҡ беҙ «Китап» нәшриәте һәм эшҡыуарҙар менән Силәбе, Миәс ҡалалары, Арғаяш, Ҡонашаҡ райондары китап магазиндарына яңы китаптар һәм ваҡытлы матбуғат баҫмаларын алып барырға килештек. Ошо декабрь айында уҡ Силәбе башҡорттары үҙ телендә әҙәби әҫәрҙәр һатып алыу мөмкинлеге аласаҡ», - тине Азат Шамил улы сығышында.
Читайте нас: