Ниһайәт, ап-аҡ бәҫле, һоҡланып туйғыһыҙ матур, ып-ысын ҡыш килде!
Халыҡ һынамыштарына ярашлы, 3 декабрь көндө ҡар яуһа, 3 июндә көслө ямғыр яуа. Әгәр киреһенсә булһа, йәй иртә килер.
Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙған төн ҡыш башланғандан алып иң һалҡыны булған. Алдағы көндәргә синоптиктар ни вәғәҙәләй?
Башгидрометтың бөгөн таңғы 5-кә ҡарата мәғлүмәте буйынса, Өфөлә һауа температураһы минус 18 градусҡаса түбәнәйҙе. Көндөҙ һауа температураһы бер аҙ күтәрелә, -9, -14 градус була, тип фаразлай синоптиктар. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, урыны менән томан булыуы мөмкин. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Lекабрҙең тәүге аҙнаһында республикала һауа торошон «Себер» антициклоны периферияһы билдәләй. Температураның бер төрлө булмауы көтөлә, айырыуса төнгө сәғәттәрҙә: -13,-20, болотло булғанда -7,-12 градус. Көнсығыш райондарҙа -22,-27 градусҡаса һыуыҡ була, көндөҙ -7,-13, таулы райондарҙа -14, -17. Дөйөм алғанда, 1 декабрҙән 10-ына тиклем уртаса һауа температураһының норманан 3-5 градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә.
(Декабрь айына һынамыштар менән ошонда танышырға мөмкин https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fvatandash.rbsmi.ru%2Fnews%2FDEKABR-AYINA-INAMIShTAR-568936%2F&post=-117987611_5098&el=snippet).