Все новости
Новости
2 Декабря 2020, 12:40

“Карантинда булһаҡ та, бошонорға урын юҡ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» тәртибе тураһындағы указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе. Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ изоляция режимы 31 декабргә хәтлем оҙайтыла. Инде байтаҡтан үҙҡурсаланыу шарттарында йәшәгән өлкәндәр был яңылыҡты нисек ҡабул итте һуң? Бөгөнгө ысынбарлыҡ талаптарына нисек яраҡлаша улар? Фотолағы был матур пар – Ғафури районы Ватан ауылында йәшәүсе Фәүзиә һәм Әнүәр Ҡотлогилдиндәр. Бер нисә йыл элек ауыл старостаһы Фәүзиә, уның бөтә башланғыстарын хуплап, барлыҡ сараларҙа ярҙам итеп йөрөүсе тормош иптәше Әнүәр тураһында баҫмабыҙҙа ҡыҙыҡлы мәҡәлә лә донъя күргәйне. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, улар гөрләтеп донъя көтә, ейәндәр үҫтерешә. Ағай кешегә йорт-ҡурала ла эш етерлек, ә ағинәйҙең халыҡ сәсәниәһе икәне бөтә республикаға мәғлүм.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» тәртибе тураһындағы указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе. Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ изоляция режимы 31 декабргә хәтлем оҙайтыла. Инде байтаҡтан үҙҡурсаланыу шарттарында йәшәгән өлкәндәр был яңылыҡты нисек ҡабул итте һуң? Бөгөнгө ысынбарлыҡ талаптарына нисек яраҡлаша улар?
Фотолағы был матур пар – Ғафури районы Ватан ауылында йәшәүсе Фәүзиә һәм Әнүәр Ҡотлогилдиндәр. Бер нисә йыл элек ауыл старостаһы Фәүзиә, уның бөтә башланғыстарын хуплап, барлыҡ сараларҙа ярҙам итеп йөрөүсе тормош иптәше Әнүәр тураһында баҫмабыҙҙа ҡыҙыҡлы мәҡәлә лә донъя күргәйне. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, улар гөрләтеп донъя көтә, ейәндәр үҫтерешә. Ағай кешегә йорт-ҡурала ла эш етерлек, ә ағинәйҙең халыҡ сәсәниәһе икәне бөтә республикаға мәғлүм.
– Карантинда булһаҡ та, бошонорға урын юҡ. Һис кенә лә тик ултырмайым. Шиғыр яҙам, китап сығарам, дуҫ-иштәрем менән интернет селтәре аша аралашам. Әлбиттә, элекке гөрләп торған ваҡыттар, клубта үткән саралар, йәйге һабантуйҙар, бөтә ауылыбыҙ менән бергәләп үткәргән өмәләр һағындыра. Әле күптәребеҙ дин юлына баҫты, ҡулына Ҡөрьән алды. Минең ҡулымдан да китап, ҡәләм төшмәй. Ошо ҡороғор вирус тураһында шиғыр ҙа яҙҙым әле! – тип ихлас йылмая сәсәниә.
Урамға сыҡһаң – ҡурҡырлыҡ, Бар кеше битлек кейгән, Ауыҙ-танау ҙа күренмәй, Тик ике күҙ текләгән. Урам буйы буп-буш ҡалған Чернобылдәге кеүек, Хатта эттәр ҙә йөрөмәй, Элекке һымаҡ өрөп. Алтмыш биштән уҙғандарға Һаҡлан, тиеп әйттеләр, Улар инде ҡурҡышынан Өйҙәргә бикләнделәр. Кеше кешегә йөрөмәй, Күрше күршегә кермәй, Элеккеләй сәйҙәр эсеп, Рәхәтләнеп һөйләшмәй. Ҡай берәүҙәр аҡ кейемдә, Әллә инде фәрештә? Йүгерешеп йөрөй улар Һаулыҡ һаҡлауҙа, эштә. Әл дә әле бар донъяға Элгәндәр оло селтәр, Әйтәһе килгән һүҙҙәрен Кеше селтәрҙә әйтә. Аралаша шул селтәрҙә, Ҡунаҡҡа ла йөрөшә, Ҡай берәү күрше хәлен дә Шул селтәрҙә белешә. Ҡасан ғына уҙыр икән Шомло, шикселле ваҡыт, Ҡасан кешеләр шатланыр Ышаныс, өмөт ҡайтып? Илһам ҡошом да һағайып Һағышлы моңдар көйләй, Ҡәләмемдән төшкән һүҙҙәр Халҡым хәлдәрен һөйләй. Маҡтағым килә тормоштоң Шундай матур яҡтарын, Йөҙҙәребеҙ ҡапланмаған Асыҡ йөҙлө саҡтарын. Шишмәләрҙең сылтырауын, Ҡоштарының һайрауын, Аяҡ аҫтында аҡ ҡарҙың Һөйләшеп шығырҙауын. Ағинәйҙәрҙең күмәкләп Ҡунаҡҡа йөрөшөүен, Байрамдарҙа ауыл халҡы Йыйылып гөрләшеүен. Маҡтар инем тыуған яҡтың Ғәжәйеп матурлығын, Бында йәшәгән халыҡтың Дуҫлығын, батырлығын, Эй, Раббым, бир шул көндәрҙе, Китһен шул тажлы афәт. Ер йөҙөндәге кешеләр Йәшәһен ине рәхәт!
Читайте нас: