Республикала коронавирустың таралыуына ҡаршы тороу буйынса төҙөлгән оператив штаб ҡарары менән 2020 йылдың 7 декабренән белем усаҡтарының эш режимы билдәләнде.
Коронавирусҡа бәйле хәл бер кимәлдә тороуын күҙ уңында тотоп, төбәктең Мәғариф министрлығы дистанциялы белем биреүҙе туҡтатырға бойорҙо. Роспотребнадзор вәкилдәре был тәҡдимде хупланы.
Тимәк, киләһе аҙнанан балалар уҡыуҙы мәктәптәрҙә дауам итәсәк. Республика Башлығы Р.Хәбиров белем усаҡтарын санитар нормалар үтәлеү йәһәтенән тикшерергә ҡушты.