Все новости
Новости
1 Декабря 2020, 23:15

Парлыларға

Алыҫтағы йондоҙ яҡты,тиепӘллә ҡайҙан нурҙар эҙләйбеҙ.Әллә ниҙәр өмөт иткән булып,Яндағы бәхетте күрмәйбеҙ.Кешеләрҙе бәхетле итергәХоҙай парлы итеп яратҡан.Парығыҙҙы һаҡһыҙ юғалтмағыҙ,Үкенеүҙәр килер аҙаҡтан... #Ватандаш#Мөхәббәт#Шиғриәт#Ижад

Алыҫтағы йондоҙ яҡты,тиепӘллә ҡайҙан нурҙар эҙләйбеҙ.Әллә ниҙәр өмөт иткән булып,Яндағы бәхетте күрмәйбеҙ.Кешеләрҙе бәхетле итергәХоҙай парлы итеп яратҡан.Парығыҙҙы һаҡһыҙ юғалтмағыҙ,Үкенеүҙәр килер аҙаҡтан.Аҡҡош тоғролоғо бирһен ХоҙайҺөйөлөп тә һөйгән парҙарға.Үкенестәр оҙатып бармаһынБәхет ҡаршылайһы таңдарға.Һәр нәмәнең була үҙ ваҡыты,Көҙҙәрҙән һуң килмәй яҙҙары.Һәр кем үҙенең саф һөйөүен тапһын,Аҙашмаһын күңел наҙҙары.
Читайте нас: