Все новости
Новости
30 Ноября 2020, 16:05

«Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» – баш ҡалабыҙҙа

Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова 8-11 декабрҙә Өфөлә «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» ойошторолоуы тураһында иғлан итте.

Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова 8-11 декабрҙә Өфөлә «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» ойошторолоуы тураһында иғлан итте.
«Бер нисә форум онлайн һәм офлайн форматында була. Уларҙың бурысы – донъяла килеп тыуған иҡтисади хәлдә бизнесты үҫтереүҙең төп мәсьәләләрен асыҡлау һәм тикшереү. Бизнес аҙналығының партнёрҙары – Рәсәй экспорт үҙәге, Стратегик асыштар үҙәге, Рәсәй Финанс министрлығының ғилми-тикшеренеү финанс институты, Европа бизнесы ассоциацияһы. Форумда 10 меңгә яҡын кеше онлайн ҡатнашыр, миллионлаған тамашасы булыр тип көтөлә», — тип билдәләне Мария Захарова.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һүҙҙәренсә, дүрт көнлөк эшлекле программа ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, туризм, иҡтисад һәм экспорт темаларына арнала. Форумды 33 майҙансыҡта уҙғарыу, кәмендә 50 сәғәтлек дискуссия ойоштороу планлаштырыла.
«Хәҙер был мәсьәләләрҙе донъя тенденциялары күҙлегенән тикшереү мөһим, сөнки ысынбарлыҡ беҙҙә, Башҡортостанда ғына түгел, бөтә донъяла үҙгәрҙе! Хәҙер элекке кеүек булмай. Ә беҙ нисек хәл итәбеҙ һәм ниндәй саралар күрәбеҙ, шулай була. Шуға күрә беҙ донъяның абруйлы спикерҙарын һәм эксперттарын саҡырҙыҡ. Рәсәй, шулай уҡ халыҡ-ара ведомстволар үҙҙәренең ҡатнашасағын раҫланы», — тип хәбәр итте республика хөкүмәте етәксеһе.
Теркәлеү – сайтта.
https://www.bashinform.ru/news/1528007-predstavitel-mid-rf-mariya-zakharova-anonsirovala-mezhdunarodnuyu-nedelyu-biznesa-v-ufe/
Читайте нас: