Все новости
Новости
28 Ноября 2020, 16:45

Ырымбур өлкәһендә – Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре

Ҡыуандыҡ ҡалаһында башҡорт түңәрәген асыу эше бер ғаризанан башланған. Әле бында Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто нигеҙендә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү түңәрәге эшләп килә.

Ҡыуандыҡ ҡалаһында башҡорт түңәрәген асыу эше бер ғаризанан башланған. Әле бында Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто нигеҙендә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү түңәрәге эшләп килә.
Был ижади-мәғариф үҙәгенең эше менән Бөтә донъя башҡорттарының башҡарма киомитеты ағзалары, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә танышты. Әлеге ваҡытта түңәрәктә алты йәштән ун дүрт йәшкә тиклемге балалар башҡорт телен һәм халыҡ ижады өлгөләрен өйрәнә. Дәрестәр онлайн-форматта алып барыла. Уҡытыу программаһы 72 сәғәткә иҫәпләнгән. Түңәрәк 2019 йылда ата-әсәләрҙең мөрәжәғәттәренән һуң барлыҡҡа килгән.
«2019-сы йылда башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү темаһына Ырымбур өлкәһенең һәм Башҡортостандың мәғариф идаралыҡтары ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үткәйне. Унан һуң беҙҙең төбәктә был һорауға иғтибар арта бирҙе. Ошо ваҡытта Ҡыуандыҡ районынан Илшат Дәүләтшин исемле егет ҡыҙын башҡортса уҡытыр өсөн ғариза яҙҙы. Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы был кеше менән бәйләнешкә сығып, эште үҙ күҙәтеүе аҫтына алды. Илшаттың һәм беҙҙең тырышлыҡ менән уҙған йылдың көҙөндә үк Ҡыуандыҡта ошо түңәрәк эшләй башланы. Түңәрәк асылғас, беҙ кадрҙар мәсьәләһен дә кисерҙек, сөнки түңәрәкте алып барған педагог Башҡортостанға күсеп китергә ҡарар итте. Әлеге ваҡытта иһә яңы белгес табылды»,— тип белдерҙе Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин.
Ырымбур өлкәһенең башҡорт йәмәғәтселәре әйтеүенсә, Ҡыуандыҡ районында башҡорттарҙың күпләп йәшәүе был түңәрәктең тағы оҙаҡ йылдар эшләүенә ышаныс тыуҙыра. Өлкә башҡорттары ҡоролтайының Гай районында ла ошондай мәғариф үҙәген булдырыу ниәте бар.
«Гай районының төпкөл генә Воронеж ауылында, мәҫәлән, дөйөм белем биреү мәктәбендә 240 бала уҡый, уларҙың 176 балаһы — башҡорт ғаиләләренән. Педагогтарҙың күпселеге башҡорт телендә аралаша, әммә дәрестәрҙе русса алып бара. Бындағы йәмәғәтселектең ихтыярын туплап, тейешле урынға еткерһәк, Гай районында ла туған телде өйрәнеү үҙәген булдырырға була»,— тип ниәттәре менән уртаҡлашты Йәғәфәр Яманһарин.
Мәғлүмәт https://kurultai.ru/ сайтынан алынды.
Читайте нас: