Ырымбурҙа Н.К.Крупская исемендәге өлкә универсаль ғилми китапханаһында «Ырымбур башҡорттарының тарихы, теле һәм мәҙәниәте» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл үтте.
Иң башта сарала ҡатнашыусыларҙы Ырымбур өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары — төбәк һәм мәғлүмәти сәйәсәте министры Игорь Сухарев сәләмләне. «Ырымбур — күп милләтле һәм күп конфессиялы төбәк. Беҙҙә 120-нән ашыу милләт вәкиле йәшәй.Башҡорттар өлкә үҫешенә лайыҡлы өлөш индерә. Улар үҙҙәренең этник мәҙәниәтенә һаҡсыл мөнәсәбәттә, өлкә хөкүмәте был йәһәттән уларға шулай уҡ булышлыҡ итә. Ошондай уртаҡ саралар үткәреү ике төбәк араһында дуҫлыҡ ептәрен нығыта», — тине ул үҙ сығышында.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова тәүҙә Башҡортостан Башлығын һәм хөкүмәтен, Ырымбур өлкәһе губернаторы һәм хөкүмәтен сараны юғары кимәлдә ойошторорға ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Бөгөн Ырымбур өлкәһендә 46 меңдән ашыу башҡорт халҡы йәшәй, улар бында ҡайҙандыр күсеп килмәгән, тарихи тыуған ерҙәрендә йәшәгән аҫаба халыҡ. Ырымбурҙа бик күп билдәле башҡорт шәхестәре тыуып үҫә. Арҙаҡлы яҙыусылар, ғалимдар, музыка белгестәре һәм башҡалар менән ырымбурҙар ҙа, Башҡортостан халҡы ла ғорурлана. Башҡорт автономияһын ойоштороу башланғысында торған тарихи шәхестәр хаҡында айырым билдәләп үтергә теләйем. Уларҙың исемдәре ике төбәкте бәйләй. Ғөмүмән, Башҡортостан Республикаһы менән Ырымбур өлкәһен күп йыллыҡ дуҫлыҡ ептәре тоташтыра. Беҙ ябай ғына күршеләр түгел. Уртаҡ үткәнебеҙ һәм бөгөнгөбөҙ илебеҙҙең ныҡлығын тәьмин итеүсе дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек өлгөһө», — тине ул үҙ сығышында.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев онлайн форматта сәләмләне. Ул иң башта ватандаштарыбыҙға башҡорт телендә мөрәжәғәт итте һәм республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең һәр береһе Башҡортостан халҡы өсөн яҡын туған ише, тип билдәләне.
«Һеҙҙе шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән тәбрикләйем. Башҡортостан һәм Ырымбур — ул географик күҙлектән ҡарағанда күршеләр тип кенә иҫәпләү хата. Сөнки беҙҙе күп быуатлыҡ уртаҡ тарих берләштерә. Хәҙерге Ырымбур өлкәһендә элек-электән күпләп башҡорт халҡы йәшәй. Милләттәштәребеҙ бөгөн дә туған тел, мәҙәниәтте һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Мөмкинлектән файҙаланып, башҡорт халҡы үҫешенә күрһәткән ярҙамдары өсөн өлкә губернаторы һәм хөкүмәтенә рәхмәт белдерәм», — тине Урал Килсенбаев.
Ырымбур өлкәһендә 50 меңгә яҡын башҡорт халҡы йәшәй. Төбәк ҡоролтайы 13 милли-мәҙәни ижтимағи ойошманы берләштерә. Мәғариф системаһында башҡорт этномәҙәни компоненты ҡаралған. Ырымбур өлкәһенең мәҙәниәт йорттарында 60-ҡа яҡын мәҙәни-фольклор коллективтар эшләп килә. Ырымбур ҡалаһының Милли ауылдар комплексында башҡорт ихатаһы бар, унда килгән ҡала халҡы һәм өлкә ҡунаҡтары башҡорт мәҙәниәте менән яҡындан таныша ала.
(https://kurultai.ru/ сайтынан)