Все новости
Новости
28 Ноября 2020, 20:50

"Туған телдәрҙе өйрәнеүҙе мәктәптәр оптимизацияһы шарттарында ла һаҡларға була"

Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә үткән “Ырымбур башҡорттары тарихы, теле һәм мәҙәниәте” түңәрәк өҫтәлендә күтәрелгән һорауҙарҙың күбеһе мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеүгә ҡайтып ҡалды.Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева хәл ителергә тейеш булған мәсьәләләргә ентекләп туҡталды. Уларҙың иң киҫкене – Ырымбур мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнгән уҡыусылар һанының кәмеүе.

Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә үткән “Ырымбур башҡорттары тарихы, теле һәм мәҙәниәте” түңәрәк өҫтәлендә күтәрелгән һорауҙарҙың күбеһе мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеүгә ҡайтып ҡалды.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева хәл ителергә тейеш булған мәсьәләләргә ентекләп туҡталды. Уларҙың иң киҫкене – Ырымбур мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнгән уҡыусылар һанының кәмеүе.
«Ырымбур өлкәһенең элекке мәҙәниәт министрлығы етәкселеге менән беҙ былтыр Ҡыуандыҡ районында булған хәл буйынса уртаҡ фекергә килә алманыҡ. Йөҙ баланың ата-әсәләре балаларын туған телдә уҡытыуға булған контитуцион хоҡуҡтарын файҙаланырға теләп ғаризалар яҙғандар ине. Әммә уларҙың мөрәжәғәте иғтибарһыҙ ҡалды. 2020-2021 уҡыу йылында башҡорт телен уҡытыу дүрт мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында 52 бала өсөн ойошторолдо. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү туғыҙ дөйөм белем биреү учреждениеһында булдырылған. Бында 249 уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте һабаҡтарын ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыусылар һаны кәмей бара. Башҡорт теле һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә булған осрашуҙар күрһәтеүенсә, Һарыҡташ һәм Ҡыуандыҡ райондарында башҡорт йәмәғәтселеген дәрестәр сәғәттәренең ҡыҫҡарыуы ла борсой. Башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә аҙнаһына яртышар сәғәт ваҡыт бүленгән, ә федераль стандарттарға ярашлы, туған тел аҙнаһына өс сәғәт уҡытыла ала. Кластан тыш башҡорт телен 34 бала ике учреждениела өйрәнә. Шулай уҡ туған телде йәмәғәт башланғысы менән Новотроицк ҡалаһында йәкшәмбе мәктәбендә уҡыталар. Кисәге эш сәфәре күрһәтеүенсә, урында ата-әсәләр менән консультациялар кәрәк, байтаҡ ата-әсәләр туған телде һайлап, уларҙа балаларын уҡытыу хоҡуғы барлығын белмәйҙәр»,— тип билдәләне сығышында Әлфиә Ғәлиева.
Ырымбур өлкәһенең Мәғариф министры Алексей Пахомов шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдә сығыш яһап, башҡорт телен уҡыған балалар иҫәбенең кәмеүен тәбиғи демографик хәрәкәттәр менән аңлатты.
«Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, башҡорт теле шулай ҙа 10 мәктәбебеҙҙә уҡытыла. Ырымбур өлкәһе — ул аграр төбәк, шуға мәктәптәрҙең күбеһе ауылдарҙа. Оптимизация һөҙөмтәһендә мәктәптәрҙең ябылыуы һәм уҡыусыларҙың эрерәк уҡыу усаҡтарына күсеүе — тәбиғи күренеш һәм башҡортса уҡыған балаларҙың кәмеүенә сәбәп. Аңлауымса, ошондай процестар Башҡортостандың үҙендә лә бара. Әлеге хәлгә демографиянан башҡа сәбәптәр эҙләргә кәрәкмәй. Элекке Мәҙәниәт министрлығы етәкселеге менән булған хәлдәрҙе беҙ ентекле өйрәнәсәкбеҙ. Уҡыусылар алмашыныуы, уҡытыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре кеүек тәҡдимдәрҙе беҙ һәр саҡ хуплайбыҙ. Ғөмүмән, беҙҙең төбәктәр араһында мәғариф бәйләнеше тарихи сығанаҡтар менән дә раҫланған, сөнки Кәрим Хәкимов Советтар Союзының вәкиле генә түгел, ә Ырымбур өлкәһенең тәүге мәғариф комиссары ла булған икән», — тип белдерҙе Алексей Пахомов.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова фекеренсә, мәктәптәрҙе ҡыҫҡартыу шарттарында ла башҡорт телен өйрәнеүҙе һаҡлап ҡалырға була.
«Алексей Александровичтың «хеҙмәттәшлек ептәрен нығытырға кәрәк», тигән фекере менән килешәм. Беҙҙең статистикаға кермәгән унынсы мәктәп — ул Иманғол ауылы мәктәбе. Беҙ уның вәкилдәре менән бәйләнешкә сығып, башҡорт теленең йәкшәмбе мәктәбе режимында уҡытылыу тураһында мәғлүмәт алдыҡ. Быны беҙ тулы кимәлдә дөйөм белем биреү программаһы шарттарында башҡорт телен өйрәнеү тип әйтә алмайбыҙ. Беҙҙең төбәктә лә, ысынлап та, Ырымбурҙағы кеүек демографик хәрәкәттәр бара. Балалар эрерәк, матди яҡтан яҡшыраҡ йыһазландырылған, пелагогик состав камилыраҡ булған белем усаҡтарына күсә бара. Әммә был хәлдә лә башҡорт телен уҡытыуҙы һаҡлап ҡалырға була»,— тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Ырымбур өлкәһендәге башҡорт телен уҡытыу буйынса бер нисә ыңғай башланғысты ла телгә алып китте. Улар — башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиаданың өлкә этабы, башҡа йүнәлештәге уҡытыусыларҙың квалификация арттырыу курстары. Быйыл ошондай курста Ырымбур өлкәһенән 4 педагог башҡорт теле уҡытыусыһы компетенцияһына эйә булды, киләһе йылда йәнә 9 уҡытыусының был куртсарҙы үтеүе көтөлә. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы сит төбәктәрҙәге башҡорт телен уҡытыу үҙәктәрен һәм ойошмаларын тәьмин итеү программаһын алып бара. Уның сиктәрендә Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Һунарсы ауылы мәктәбенә һәм Ҡыуандыҡ ҡалаһының Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто нигеҙендә эшләгән башҡорт теле һәм мәҙәниәте түңәрәгенә уҡыу әсбаптары һәм күрһәтмә материалдар тапшырыласаҡ.
(https://kurultai.ru/ сайтынан)
Читайте нас: