Ватандаш
+15 °С
Облачно
ОБЩЕСТВО
НАУКА
ЛИТЕРАТУРА
Антитеррор
ВК
Яндекс Дзен
Телеграм
Все новости
Новости
27 Ноября 2020, 12:40
Яңы йылға – файҙалы бүләктәр
Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры – хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры социаль селтәрҙә социаль приюттарҙа, балалар йорттарында тәрбиәләнгән балаларға яңы йыл бүләктәре әҙерләгән бизнес-партнёрҙарға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итте.Ленара Иванова тәм-том урынына файҙалы уйынсыҡтар бүләк итергә саҡырҙы.
Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры – хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры социаль селтәрҙә социаль приюттарҙа, балалар йорттарында тәрбиәләнгән балаларға яңы йыл бүләктәре әҙерләгән бизнес-партнёрҙарға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итте.
Ленара Иванова тәм-том урынына файҙалы уйынсыҡтар бүләк итергә саҡырҙы.
«Тәмле-татлы бүләктәрҙе бик күп килтерәләр, тәрбиәселәр йыл да яңы йыл каникулы ваҡытында балаларҙың һаулығы өсөн борсола: аллергия, ашҡаҙан аҫты биҙе ауыртыу, теш һыҙлау, — тип яҙҙы министр. — Партнёрҙарыбыҙға мөрәжәғәт итеп, бергәләп балаларҙы дөрөҫ туҡланырға һәм ҡыҙыҡлы шөғөлдәргә өйрәтергә тәҡдим итәм. Ҡәҙерле дуҫтар, балаларға уйынсыҡтар, өҫтәл уйындары, ижад, спорт өсөн уйындар, открыткалар бүләк итегеҙ, ҡыҙҙарға — матурлыҡ һәм үҙеңде тәрбиәләү саралары. Быларҙың барыһы ла файҙалыраҡ! Мине аңларһығыҙ тип ышанам!»
Әлеге ваҡытта Башҡортостандың балалар учреждениеларында 1200-гә яҡын бала тәрбиәләнә. Приюттарҙа – өс-ете, балалар йорттарында 11-15 йәшлектәр күп. Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк.
https://www.bashinform.ru/news/1526725-lenara-ivanova-prizvala-darit-detyam-iz-priyutov-bashkirii-poleznye-novogodnie-podarki-/
Читайте нас в
Выбор редакции
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Июня 2021, 10:10
ҠУШ ҠАЙЫНДЫҢ БЕРЕҺЕ
Литература
12 Июля 2021, 23:54
Баҙ
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраля 2021, 17:00
Кисергәнем өсөн ғәфү ит...