Ватандаш
-24 °С
Облачно
ОБЩЕСТВО
НАУКА
ЛИТЕРАТУРА
Антитеррор
ВК
Яндекс Дзен
Телеграм
ТИЛЕКӘЙ. Люциә НУРМӨХӘМӘТОВА
Все новости
Новости
27 Ноября 2020, 13:00
Ниндәй һүҙ өсөн тауыш бирәһегеҙ?
«Иң матур башҡорт һүҙе» проекты 1 ноябрҙә иғлан ителгәйне. Республика халҡы ике аҙна дауамында үҙ варианттарын тәҡдим итте.Барлығы 1000-дән ашыу һүҙ тәҡдим ителгән. Халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә төҙөлгән исемлек бына шундай (һүҙҙәр алфавит тәртибендә бирелгән):1) Атай, 2) Йөрәккәйем, 3) Йән, 4) Йәнтөйәк, 5) Ҡот, 6) Намыҫ, 7) Өмә, 8) Сабыр, 9) Тылсымлы, 10) Хыял, 11) Һөйәм, 12) Әсәй.Башҡорт телендәге иң матур яңғырашлы һүҙҙе һайлау өсөн ошо сайтта тауыш биреү бара:
«Иң матур башҡорт һүҙе» проекты 1 ноябрҙә иғлан ителгәйне. Республика халҡы ике аҙна дауамында үҙ варианттарын тәҡдим итте.
Барлығы 1000-дән ашыу һүҙ тәҡдим ителгән. Халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә төҙөлгән исемлек бына шундай (һүҙҙәр алфавит тәртибендә бирелгән):
1) Атай,
2) Йөрәккәйем,
3) Йән,
4) Йәнтөйәк,
5) Ҡот,
6) Намыҫ,
7) Өмә,
8) Сабыр,
9) Тылсымлы,
10) Хыял,
11) Һөйәм,
12) Әсәй.
Башҡорт телендәге иң матур яңғырашлы һүҙҙе һайлау өсөн тауыш биреү https://bashslovo.ru/ сайтында бара. 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, ниндәй һүҙҙең иң матур икәне билдәле була. Тауыш биреүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәттәшлегендә «Медиаформат» балалар-үҫмерҙәр үҙәге һәм «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе. Уға республиканың дәүләт телдәрен, Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн республика Башлығы гранты аҡсаһы бүленгән. Проект авторы — Рөстәм Аҙнабаев.
https://www.bashinform.ru/news/1526743-stali-izvestny-12-samykh-krasivykh-bashkirskikh-slov-kotorye-predlozhili-zhiteli-respubliki/
Читайте нас в
Выбор редакции
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Июня 2021, 10:10
ҠУШ ҠАЙЫНДЫҢ БЕРЕҺЕ
Литература
12 Июля 2021, 23:54
Баҙ
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраля 2021, 17:00
Кисергәнем өсөн ғәфү ит...