Башҡорттарҙы яҙмыш ҡайһы тарафтарға ташлаһа ла, улар үҙ йолаларына тоғро ҡала. Әсә телендә һөйләшеп, самауыр сәйҙәре эсеп, йома көндәрендә май еҫе сығарыу өсөн бауырһаҡтар бешереп йәшәүҙән айырыла алмай улар. Татыулыҡты, дуҫлыҡты, изгелекте юлдаш иткән яҡташтарыбыҙ башҡа милләт-халыҡты ла беҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ менән ихлас таныштыра.
Нәҡ шундайҙарҙың береһе ул - Нәзилә Юнысова. Мөләйем, матур, уңған ханым сығышы менән Ишмөхәмәт ауылынан. Әлеге көндә Испанияның Севилья ҡалаһында йәшәй. Ошо көндәрҙә Нәзилә Юнысова гөрләтеп ... ҡаҙ өмәһе үткәрҙе. Испания күген башҡортса шаярып - көлөүҙәр, беҙҙең йыр-моң яңғыратты. "Һәр милләттең үҙ теле, үҙ тарихы, үҙ йолалары бар. Беҙ шуның менән үҙенсәлеклебеҙ һәм байбыҙ. Испанияла төрлө халыҡ бер ғаилә булып, дуҫ-татыу йәшәйбеҙ. Ниндәй милләттән булмаһын, һәр кем тәү сиратта Кеше булып ҡалырға тейеш. Һәм, әлбиттә, үҙ телен, моңон, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итергә тейеш",-тип йылмая Севилья ҡалаһында күп башҡорт байрамдарын үткәргән уңғанбикә.