Все новости
Новости
25 Ноября 2020, 23:30

Был төбәктә шәжәрәгә иғтибар ҙур

Бөгөн Интернет майҙансығында Благовар районы башҡорттары тарихына арналған материалдар һәм ғилми-методик әсбаптарҙың исем туйы булды. Район халҡы өсөн мөһим сараны Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институты ойошторҙо.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Бөгөн Интернет майҙансығында Благовар районы башҡорттары тарихына арналған материалдар һәм ғилми-методик әсбаптарҙың исем туйы булды. Район халҡы өсөн мөһим сараны Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институты ойошторҙо.
Исем туйын Институттың социаль-мәҙәни анализ үҙәге начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов алып барҙы.
– Башҡорт халҡы өсөн шәжәрә бик мөһим булған. Ул - үҙенсәлекле хоҡуҡи сығанаҡ. Һәр ырыу өсөн шәжәрәһен төҙөү һәм һаҡлау мөһим һаналған. Шуға күрә шәжәрәне белеү кәрәк һәм ҡыҙыҡһыныу бөгөн дә кәмемәй, – тине ул.
Юлдаш Йосопов исем туйында ҡатнашҡан кешеләргә “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы” һәм “Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ырыуҙары һәм ауылдары карталары” менән нисек эшләргә, уларҙы ҡайҙан табырға, ундағы мәғлүмәтте дөрөҫ файҙаланырға өйрәтте. Оҙаҡламай был карталарҙы ҡағыҙға күсереп, карта формаһында һәр мәктәп, китапханаға элергә уйлайҙар. Әле уның ниндәй форматта һәм формала буласағы тураһында фекер алышыуҙар бара.
Ошо уҡ институт белгесе, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин Благовар районына арналған “Без - башҡортлар” тигән брошюра тураһында һөйләне. Уның билдәләүенсә, төрлө райондарға бағышланған бындай йыйынтыҡтар күп нәшер ителгән. Уларҙы райондың ауыл хакимиәттәре һәм мәктәптәренә ебәргәндәр. Был брошюра һәр кемдә булырға тейеш.
Сарала билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин да ҡатнашты. Ул шулай уҡ райондың тарихына, ырыуҙарына арналған бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе.
Бөгөн тәҡдим ителгән әсбаптар һәм карталар - район кешеләре өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм мөһим мәғлүмәт сығанағы. Айырыуса, үҙенең шәжәрәһен төҙөргә, ата-бабалары, тамырҙары тураһында күберәк белергә теләгәндәр өсөн бында мәғлүмәт күп. Әсбаптарҙа ХХ быуат башынан алып мәғлүмәттәр тупланған, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре бирелгән. Бында һәр бер ауылда нисә хужалыҡ булыуы, нисә кеше йәшәүе, ниндәй милләткә ҡарауы һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табырға була.
Шуныһы ҡыуандыра, благоварҙар шәжәрә ағастарын төҙөүгә ныҡлап тотонған. Улар үҙҙәренең тарихы, ата-бабалары менән ҡыҙыҡһына.
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса бында башҡорттар — 42,8 %, татарҙар — 28,3 %, рустар — 21,8 %, украиндар — 2,8 %, башҡа милләт вәкилдәре 4,3 % тәшкил иткән. Әлеге Благовар районы биләмәһендә биш башҡорт ырыуы: ҡаңны, ҡаршын, мең, дыуанай һәм ҡобау вәкилдәре бар.
Исем туйында ҡатнашҡан Благовар районы мәктәптәре, китапханалары, хакимиәт ағзалары үҙҙәре өсөн файҙалы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды. Улар шулай уҡ үҙҙәренә кәрәк мәғлүмәтте интернеттан һәм башҡа сығанаҡтарҙан нисек табырға өйрәнде.
Мәғлүмәт bash.rbsmi.ru сайтынан алынды.
Читайте нас: