Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов 1947 йылдың 5 февралендә Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Аһылай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Баймаҡ ҡалаһындағы мәктәп-интернатта музыка уҡытыусыһы булып башлай. Артабан, Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Сибай ҡалаһы мәктәп-интернатында йыр һәм музыканан уҡыта, Иҫке Сибай балалар музыка мәктәбенең директоры була. 1977—84 йылдарҙа Учалы районы Уралськ ҡасабаһында музыка мәктәбе директоры була.