Все новости
Новости
21 Октября 2020, 14:40

«Айыҡ ауыл-2020» конкурсында ҡатнашыусы ауылдар күркәмләнә

Баймаҡ районының Ишей ауылын күҙгә күренеп үҙгәрә – күркәмләнә, төҙөкләндерелә. «Айыҡ ауыл-2020» республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдереү ишәйҙәр өсөн күптән көтөлгән яңыртыу эштәре өсөн этәргес көскә әйләнгән. Урындағы шәхси эшҡыуарҙар ярҙамы менән «Еңеү аллеяһы» тергеҙелгән, һәр урамда ҡоҙоҡтар яңыртып кәртәләнгән, ә ауыл халҡы өсөн иң ҡыуаныслыһы — балалар майҙансығы булдырылған.

«Иң ҙур ярҙамды шәхси эшҡыуар Анатолий Филин күрһәтә, ул беҙҙең эштәрҙе ҡеүәтләп, төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеп тора. Ауылыбыҙҙың „Еңеү аллеяһы“н тергеҙгәндә йөҙҙән ашыу ағас үҫентеһе ултырттыҡ. Уларҙың иллеһе — урмансылыҡ етәксеһе Илшат Күлебаев тәҡдим иткән ҡарағас, ҡалған иллеһе — Замир Сәфәрғәлин тарафынан килтерелгән емешле ағастар. Үҫентеләрҙе ауыл халҡы үҙе лә килтерҙе. Район депутаты Рөстәм Нәбиуллин ярҙамы менән ауыл аша аҡҡан йылғанан күперҙе яңырттыҡ. Урамдарҙа алты ҡоҙоҡто таҙартып, яңынан бура һалып кәртәләнек һәм буяныҡ. Ауыл эсендәге электр уты трансформаторҙарын да кәртәләнек. Урамдарҙы ла тәртиптә тотабыҙ. Балалар майҙансығы иһә – бөтә ил менән эшләнгән эш. Уның кәртәләре өсөн буяуҙы беҙ, мәҫәлән, Себерҙән ауылдаштарыбыҙ ебәргән аҡсаға алдыҡ», — тип һөйләне Темәс мәктәбенең Ишей ауылындағы филиалы мөдире Венера Ҡасҡынова.
Венера Ҡасҡынова билдәләүенсә, «Айыҡ ауыл-2020» конкурсы сиктәрендә алып барылған эштәрҙең ҙур өлөшө аңлатыу-профилактика әңгәмәләренән ғибәрәт.
«Конкурста ҡатнашырға ҡарар иткәс, ауылдың ир-егеттәр ҡоро йәшерен рәүештә хәмер һатҡан ауылдаштар менән аңлатма алып барҙы. Эште ҙурға әйләндермәй генә сауҙаны туҡтатырға һүҙ бирҙеләр. Хатта ҡоймаларын да буямаған ауылдаштарыбыҙ бар ине, уларға килеп „теләмәйһегеҙ икән, ҡоймағыҙҙы үҙебеҙ буяйбыҙ“, тип шарт ҡуйҙыҡ. Күптәре үҙ ихтыяры менән ихата алдарын йыйыштырып, буяп ҡуйҙы. Ауылыбыҙҙа 81 йортта 201 кеше тора. Кеше күп түгел, һәр кем күҙ алдында, шуға һөйләшеп, килешеп тә эшләргә була»,— ти мөдир.
«Айыҡ ауыл-2020» конкурсының район этабы ноябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында ойошторола.
Читайте нас: