Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 101 йыл тулыу уңайынан дәүләт наградалары тапшырҙы. Күренекле яҙыусының исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергәндәр халыҡ шағирының тыуған көнөндә маҡтау грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
«Башҡортостанда, Рәсәйҙә йәшәгән һәр кем өсөн Мостай Кәримдең исеме, әлбиттә, ҙур әһәмиәткә эйә. Ул – халыҡ шағиры, аҡыллы кәңәшсе, яугир-фронтовик. Республикабыҙ йәмғиәтенең әхләҡи торошона ҙур йоғонто яһаны. Ул бик ябай, изге күңелле кеше ине. Уның менән шәхсән аралашҡандарҙың күбеһе был осрашыуҙарҙы бер ҡасан да онотмай. Мин дә улар иҫәбендә, ул үҙенең кешелек сифаттары менән арбаны. Уны иҫемә төшөрһәм, күңелемә йылы булып китә», — тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы 2019 йылда Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт әйтте, шулай уҡ «Һеңлекәш», «Өс таған» нәфис фильмдары һәм яҙыусының әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр өҫтөндә эшләгән ижади коллективтарҙы билдәләп үтте.
«Рәсәйҙә киң прокатҡа сыҡҡан һәм тамашасылар һөйөүен яулаған «Һеңлекәш» фильмы беҙҙең республиканың ниндәй матур икәнен, һоҡланғыс кешеләр йәшәгәнен күрһәтте, – тине Радий Хәбиров. – Шул рәүешле ул Башҡортостанды федераль кимәлдә танытыу өсөн күпте эшләне».