Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әгәр республикала коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәл яҡшырмаһа, 4 ноябрҙән һуң көҙгө мәктәп каникулын оҙайтыу вариантын ҡарай.
«Беҙ балаларҙы ла, уҡытыусыларҙы ла һаҡларға тейешбеҙ. Әгәр 4 ноябргә эпидемиологик хәл яҡшырмаһа, каникулды оҙайтырға мәжбүрбеҙ», — тине республика етәксеһе кисә уҙған «Сәләмәтлек сәғәте» кәңәшмәһендә.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, көҙгө каникулдың тәүге көндәрендә мәктәптәрҙә дезинфекция үткәрелә. Уҡытыусылар ситтән тороп махсус курстарҙа квалификацияһын арттыра.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда көҙгө каникул 17 октябрҙә башлана һәм 4 ноябргә тиклем дауам итә. Был ҡарар СOVID-19 таралыуға бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы арҡаһында ҡабул ителде.
https://www.bashinform.ru/news/1508207-radiy-khabirov-ne-isklyuchil-prodleniya-osennikh-shkolnykh-kanikul-posle-4-noyabrya/