Все новости
Новости
14 Октября 2020, 22:40

Интернет-шиғриәт бөгөн ни өсөн популяр?

Һуңғы йылдарҙа социаль селтәрҙәрҙә бихисап ижади төркөмдәр барлыҡҡа килде. Бында һүҙ профессиональ әҙиптәр тураһында бармай. Һүҙ – һәүәҫкәр ижадсылар тураһында. Кемдәр улар – халыҡтың һөйөүен яулаған интернет- шағирҙар? Интернет-шиғриәт беҙ китаптарҙан уҡыған, дәреслектәрҙән өйрәнгән классик шиғриәттән нимәһе менән айырыла? Ни өсөн уларҙың әҫәрҙәре бөгөн бик популяр? Шул һорауҙарға яуап табырға тырыштым бөгөн ошо мәҡәләмдә.

Заман башҡа – заң башҡа
Беҙгә, һикһәненсе йылдарҙа әҙәбиәткә килгән бер төркөм шағирҙарға, халыҡҡа үҙ әҫәребеҙҙе күрһәтеү ҡыйынғараҡ төштө. Район гәзитенән тыш, республиканың «Ленинсы» (урыҫсанан тәржемә), «Совет Башҡортостаны», «Башҡортостан пионеры» гәзиттәре һәм дә «Пионер», «Башҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙел» журналдарында баҫылдыҡ. Сират ҙур, йәштәрҙән тыш оло быуын ижадсылары ла байтаҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр әҙиптәрҙе танып-белә ине. Сөнки гәзит-журналды ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, ҡырылып уҡый торғайнылар. Әҫәрҙәргә лә талап редакциялар тарафынан ныҡ көслө булды. Баҫыр алдынан энә күҙәүенән үткәрәләр. Тапалған фекерҙәр, һүҙҙәр юҡмы, урлашыу ғәләмәте тойолмаймы һ.б. Цензураның да көслө сағы. Шундай ҡаты талаптар беҙҙә һүҙгә ихтирам, эшкә яуаплылыҡ тәрбиәләне. Үҙ ижадыңа талапсанлыҡ йәшләй ҡаныбыҙға һеңде.
Әле лә башҡорт шиғриәте үҫә, Рәсәй һәм төрки халыҡтары әҙәбиәтендә юғары кимәлде һаҡлап килә. Йылдан-йыл шиғриәт асманында яңы исемдәр асыла. Ҡайһы берҙәре ялтлап ҡабынып, балҡып китә, ҡайһылары бер аҙҙан һүнеп, юҡҡа сыға...
Бөгөнгө көндә интернет-шағирәләрҙең иң билдәлеһе – Фирүзә Абдуллина. «Бәйләнештә» социаль селтәрендә уның «Ғәжәп донъя» тип исемләнгән төркөмөнә 11 649 кеше теркәлгән! Нимә менән үҙенә ылыҡтыра уның әҫәрҙәре?
Нисек итеп кенә өйрәнәйем
Һалҡын ҡанлы, тыныс булырға?
Кеше һүҙҙәренә бошонмайса,
Битарафлыҡ менән тулырға?
Нахаҡ менән кемдер аяҡ салһа,
Яуап бирмәй нисек түҙергә?
Ғәҙелһеҙлек хаким иткән ерҙә
Йәшәүҙәрҙән мөмкин
биҙергә...
Юғарынан эре генә ҡарап,
Кеше ҡайғыһына бошонмай,
Нисек өйрәнәйем тыныс ҡалып,
Шатлыҡтарҙан хатта осонмай?!
Беләм, самаһыҙ был яныу-көйөү,
Үҙ-үҙемде бушҡа яндырам.
Кемдер хатта бошонмаған ерҙә
Минең йөрәк ҡала ҡанһырап...
Тынысланыр әле ул да бер саҡ,
Һәр нәмәнең була бер сиге.
Булмышым шул икән – ни эшләйһең,
Бар донъяға булмай үсегеп...
Күлдәй тыныс булһын әйҙә йөҙөм, Д
иңгеҙ тулаһа ла күңелдә,
Тимәк, мин теремен, мин йәшәйем,
Үҙ диңгеҙең – насар түгел дә?!
Матур әйтелгән бит? Фирүзәнең күңелендә диңгеҙ тиклем диңгеҙ тулағанда ла, яттарға эске кисерештәрен һиҙҙермәй, йөҙө күлдәй тыныс ҡала бирә. Үҙ диңгеҙе барҙа ул үҙен тере тоя, даръялай алҡынған эске донъяһы уның тормошон йәмләй.
Шағирә, ғәҙәттә, шиғырҙарын «мейестән сығыу менән» кеше алдына ҡуйырға күнеккән. Шуға күрә, ашығыу арҡаһында, ҡайһы бер хилафлыҡтар ҙа осрап ҡуя.
Йөрәгемдә йәшәй мөхәббәтем,
Маяҡ булып әйҙәп торасаҡ,
Мөхәббәтем минең менән икән –
Барыһы ла яҡшы буласаҡ!
Хыялдарым, өмөттәрем менән
Мөхәббәтем йәнәш барасаҡ,
Күкрәгемдә йөрәк тибә икән –
Барыһы ла яҡшы буласаҡ!
Халыҡ тарафынан байтаҡ лайыҡ йыйыуға өлгәшһә лә, был әҫәр камил түгел. «Торасаҡ – буласаҡ», «барасаҡ – буласаҡ» тигән һүҙҙәр һис кенә лә рифмалашмай. Күкрәктә йөрәк тибеү менән генә барыһы ла яҡшы буламы һуң? Мөхәббәткә дан йырлауға был фекер бик йәбешеп тә етмәй. Уйлай бирергә, эшләй бирергә кәрәк ине ижадсыға.
Фирүзәнең ябай ғына, шыма уҡылған, донъяуи мөнәсәбәттәрҙе белдергән шиғырҙарында ҡайһы ваҡыт асыштар ҙа балҡып киткеләй. Хәҙер инде Башҡортостан Яҙыусылар союзында ағза булып торған әҙибәгә бер ҡасан да ашыҡмаҫҡа, шиғырҙарын ҡабат-ҡабат уҡып, төҙәткеләгәндән һуң ғына халыҡ хөкөмөнә тапшырырға кәңәш итер инем. Төп һөнәре яҙыусы булғас, шиғырҙарында новаторлыҡ һәләттәрен дә асырға, эксперименттар менән булышырға – яңы ысулдар һынап ҡарау ҙа зарурҙыр. Үҙем өсөн генә, уй-кисерештәремде генә яҙам, тигән осорҙан үткән инде шағирә. Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рәмзилә Хисаметдинова, Рауил Бикбаев, Рәшит Назаров кеүек көслө шағирҙарыбыҙ сафына барып баҫҡас, шиғриәткә ҡараш та олпатланырға тейештер ул. Һин хәҙер инде халыҡ өсөн генә түгел, әҙәбиәт тарихы өсөн дә яҙырға бурыслыһың. Альбом шиғырҙарынан был инде күпкә айырыла.
Артабанғы иң популяр журналист-шағирәбеҙ – Гөлнур Ҡыуатова. Фирүзә Абдуллинаның да, Гөлнурҙың да шиғырҙарына байтаҡ матур йырҙар яҙылған, улар көн дә халыҡтың күңелен дауалай, тормошҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй.
Гөлнур һеңленең «Гөл һағышы – нурлы күңел» исемле ижади төркөмөнә 9 308 кеше яҙылған. «Был төркөмгә мин үҙемдең күңелдәге хистәрҙе шиғыр юл дарына һалып һеҙгә тәҡдим итәм, уҡыусым!» тип өндәшә ул кешеләргә. Хәҙер инде был шағирәнең популярлығы серенә төшөнәйек. Беренсенән, ул шәп фотограф Зиннур Боҫҡонов менән хеҙмәттәшлек итә. Ҡайһы саҡ аңлап та булмай – фотоға ҡарап шиғыр яҙылғанмы, әллә шиғырға яраҡлашып фото төшөрөлгәнме. Һәр хәлдә, матур ғына союз барлыҡҡа килгән һәм бик уңышлы эшләп киләләр.
Балалар – беҙҙең киләсәк,
Ер йөҙөнөң биҙәге.
Шишмә кеүек саф тауышлы,
Сабый бала көлгәне.
Бәхетле, сәләмәт үҫһен
Ерҙәге һәр бер бала.
Тыныс булһын килер көндәр,
Ҙур юлдар илтһен алға.
Бер уйлаһаң, рифмаһы ла юҡ. Тапалған һүҙҙәр. Балаларҙың беҙҙең киләсәк икәне һәр кемгә мәғлүм. Ер биҙәге икәне лә билдәле, яңылыҡ юҡ. Әммә халыҡ ярата! Сөнки фотолар шәп, һүҙҙәре лә ябай, аңлайышлы.
Кеше хурлап ҙур булмаҫһың,
Ул да төшмәҫ түбәнгә.
Үҙ эшеңә баһа бир ҙә,
Башҡаларҙы һөйләмә.
Ғибрәттәрҙе ғәйбәт итмә –
Ҙур гонаһ кеше хурлау.
Бер кем белмәй киләсәктә
Көткәнен ниндәй һынау.
Хурламайыҡ яңлышҡанды,
Ярҙам ҡулы һуҙайыҡ,
Телебеҙҙе тыяйыҡ та,
Изгелекле булайыҡ.
Хурламайыҡ, ярҙам итәйек, телебеҙҙе тыяйыҡ, изгелекле булайыҡ… 109 кеше лайыҡ ҡуйған, 16 кеше үҙенә күсереп алған. Шулай уҡ барыбыҙға ла билдәле һүҙҙәр. Аҡыл өйрәтеү. Кеше шул тиклем мохтаж микән ни аҡыл өйрәтеүгә? Шуға Гөлнурҙың һәр һүҙен үҙенә дөрөҫ йәшәү өсөн инструкция итеп ҡабул итәме?
Бер һүҙем юҡ. Кемгә нимә кәрәк, һүҙ сәнғәтенән шуны һоҫоп йә һөҙөп ала. Әммә әҫәрҙә, әлеге лә баяғы, рифмалар юҡлығы эсте бошора. «Түбәнгә – һөйләмә, хурлау – һынау, һуҙайыҡ – булайыҡ». Тик халыҡтың күбеһе был етешһеҙлектәрҙе күрмәй, сөнки шиғриәт ҡанундарынан йыраҡ. Шағир Дамир Шәрәфетдиновтың: «Мәктәптә уҡығанда уҡ дәрестә балаларға шиғыр яҙырға, рифма, ритм төшөнсәләрен өйрәтергә кәрәк!» – тигән һүҙҙәре «их!» тип иҫкә төшә...
Иң мөһиме, Гөлнурҙың шиғырҙары еңел уҡыла, шыма яҙылған, уҡыусының күңел донъяһына тап килә. Кеше үҙенең ҡайғы-хәсрәте, яуапһыҙмы, бәхетһеҙме, бәхетлеме мөхәббәте тураһында йыш уйлана. Шул уйҙарына яуапты һәүәҫкәр шағирәнең шиғырҙарында таба һәм мөкиббән китеп уҡый, үҙенә күсереп ала. Был бер ҙә насар түгел. Тик уҡыусының зауығын боҙмаҫ өсөн шиғыр яҙыу техникаһын да үҙләштереү насар булмаҫ ине. Ысын шиғриәт – ул тапалмаған һүҙҙәр, фәлсәфә, үҙенсәлекле тос фекер, аһ итерлек сағыштырыуҙар-оҡшатыуҙар, сағыу образлылыҡ, шыҡылдап торған ритм һәм һоҡландырғыс, көтөлмәгән рифмалар. Бына шул йәмләй шәп шиғырҙы. Мин матур шиғырҙарҙы Кремль стенаһы буйында, Ленин мавзолейы янында торған ыҫпай, һәр аҙымы аныҡ, тигеҙ булған ҡарауылдағы һалдаттарға оҡшатам. Аҙымдарын дөп-дөрөҫ итеп баҫыр өсөн, ҡоралдары менән оҫта мөғәмәлә итер өсөн һалдаттар көнөн-төнөн шөғөлләнә. Сөнки үҙ хеҙмәтенә яуаплы ҡарай. Интернет шағирҙары, нисек кенә популяр булмаһын, шулай уҡ үҙ әҫәрҙәренә яуаплы ҡараһын ине. Үпкәләштән булмаһын. Ҡанун ул барыһына ла берҙәй ҡағыла. Ул һәүәҫкәр генә бит, үҙе өсөн генә яҙа, тигән һылтау булырға тейеш түгел.
Донъяларҙың фани икәнлеген
Онотҡандар күпләп мал йыя.
Тик белмәйбеҙ: йыйған мөлкәттәрҙе
Алып китеп булмай. Ул ҡала.
Ҡатлы-ҡатлы йорттар, алтын-көмөш
Тороп ҡала беҙҙән, һәр кемдән.
Теге донъяларҙа хөкөм булыр
Малдан түгел, ҡылған эштәрҙән.
Дан да ҡала, ҡала дәрәжәләр,
Үкенестәр ҡала күптәрҙән.
Ике аршин ғына етә беҙгә
Ҡосаҡ етмәҫ сикһеҙ ерҙәрҙән.
Бер яңылыҡ та юҡ был шиғырҙа. Бер йүнле рифма ла юҡ. Был фекер барыбыҙға ла асыҡ билдәле. Шуға ҡарамаҫтан, 476 лайыҡ ҡуйылған һәм 108 кеше үҙенә күсереп алған. Тимәк, халыҡ ошондай әҫәрҙәргә мохтаж. Тимәк, Гөлнурҙың шиғырҙары, техник яҡтан камил булмаһа ла, кешенең дөрөҫлөккә сарсаған күңелен һуғарыр көскә эйә.
Әйткәндәй, социаль селтәрҙәрҙә өгөт-нәсихәт, атай, әсәй, апай, һеңле, ҡусты һәм башҡа туған-тыумасаға атап яҙылған әҫәрҙәр бик яратып уҡыла. Был осраҡта Светлана Сөләймәнованың йырҙары һәм шиғырҙары иғтибарға лайыҡ. «Әсәйҙәргә» тигән шиғырҙан өҙөк килтерәм:
...Был тиклем дә йылылыҡты
Ҡайҙан алаһың, әсәй?
Һин донъяла йәшәйһеңме,
Донъямы һиндә йәшәй?!
Ғүмеркәйең китап кеүек,
Хазина – әйткән һүҙең.
Доғаларың уҡығанда
Нурланып китә йөҙөң.
Шулай ғына булып ҡалсы,
Ҡартайма бер ҙә, әсәй!
Һин тормоштоң мәғәнәһе –
Мәғәнә бәхет өҫтәй!
Йылы, ихлас, эскерһеҙ яҙма. Әсәйҙәргә күпме рәхмәт һүҙҙәрен еткерһәң дә аҙ һымаҡ. Светлана йөрәк йылыһын наҙға, һоҡланыуға, хатта ғорурланыу хисенә төрөп бирә. Сөнки үҙе лә әсәй һәм әсәнең донъяла тотҡан урынын яҡшы белә. «Һин донъяла йәшәйһеңме, донъямы һиндә йәшәй?» – ти ул. Тормоштоң мәғәнәһен дә әсәлә күрә.
Ысын шиғриәт өлгөләре
Социаль селтәрҙәрҙе гиҙгән сейле-бешле шиғырҙар араһында Наилә Хәмбәлиеваның әҫәрҙәре аҫылташ булып ялтырай. Бына уларҙың береһе:
Йылмаяйым әле. Ҡашын төйөп,
Ташын тейәп килгән әҙәмгә.
Яҙылыр ҙа, бәлки, сәсеп китер
Ҡуйын тулы ташын сиҙәмгә.
Ҡул һонайым әле. Аяҡ салып,
«Ау, ят» тигән уҫал кешегә.
Кәре ҡайтып, яры емерелһә,
Уҫалдар ҙа бөлә, күшегә.
Онотайым әле. Ойоп торған,
Быуып торған йәнһеҙ хәлдәрҙе.
Ипкендәре һалҡын. Күрмәй ҡалам
Ихлас ҡына йылы мәлдәрҙе.
Хәҙер инде Бөрйән районында билдәле шағирә Таңһылыу Баһауетдинованың «Күңел моңом» исемле ижади төркөмөнә күҙ һалайыҡ.
Өмөт шәмдәлемде һүндерәйем –
Хыялдар бит күптән көйрәп бөттө.
Йөрәк серҙәремде күҙ йәштәре
Мендәремә инде һөйләп бөттө.
Буп-буш ҡына ҡалды күңел күге –
Йымылдашмай серле йондоҙҙары.
Яҙмышымды, ахыры, биләп алды
Һағыштарҙың иң-иң ҡомһоҙҙары.
Буп-буш донъям – ҡояшы ла һүнде,
Хатта айы ҡасты, аһ, күгемдән.
Бер нәмә юҡ. Ҡалай өшәнес һуң.
Тик көл ҡала һүнгән ут-күмерҙән...
…Тик кешеләр һиҙеп ҡуймаһындар
Минең көсһөҙлөктө. Йәште һөртәм.
Япраҡ ҡойған хыял урманында
Яҙ ҡайтмаған бәхет ҡошон көтәм…
Бына был ысын шиғриәт өлгөһө! Тәрән фәлсәфә, көслө драматизм менән һуғарылған әҫәр тетрәндерә, уйландыра. Лирик героиняның эске кисерештәрен үҙеңдә тойоп, йөрәк һыҙлап киткәндәй. Көйрәгән хыял, күҙ йәштәренең йөрәк серен үҙенә һеңдергән мендәр, күңелде биләгән ҡомһоҙ һағыштар... Лирик героиня – сабыр кеше. Буп-буш донъяла ла ул үҙенең киләсәккә өмөтөн юғалтмай. Күҙ йәштәрен быуып, хыял урманында бәхет ҡошон көтә. Яҙ ҡайтмаған бәхет ҡошон. Әле көҙ, бәлки, ул аҙашып йөрөйҙөр...
Алтын хаким булған саҡта,
Башың алтын булһа ла,
Ҡулыңда алтын булмаһа,
Һинең баһаң юғала.
Байлыҡ көсө, ажарланып,
Заман ишкәген ишә.
Алтын хаҡы артҡан һайын
Аҡыл баһаһы төшә…
Тормош тәжрибәһен туплаған шағирә тос фекерле, үҙенсәлекле шиғырҙар яҙа. Таңһылыу – бик талантлы ҡыҙ. Халыҡ араһында әҫәрҙәре менән йышыраҡ күренһен, күберәк яҙһын ине – бына шул минең теләк.
Тағы бер Бөрйән ҡыҙының ижады иғтибарымды йәлеп итте. «Ғүмеремдең алһыу таңдары» тип атала Әлфинә Әйүпованың (псевдонимы – Әлфинә Әйүп) ижадына бағышланған төркөм.
...Көттөрөп тә ҡайтмай ҡалма, зинһар,
Һағыштарға мәңге түҙә алмам.
Ай һөйөп ҡояшты, йондоҙҙо йәр итһә –
Мин ундайға күнә алмам...
Оҫта сағыштырыу. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ошо ғына шиғыр аша ла ҡыҙыҡайға өмөт бағлап була. Булыр бала бишектән, тиҙәр бит. Ялт итеп балҡып киткән аҫылташ бөртөгө күңелде иретә, ҡыуандыра.
Хаҡ уйҙарға ышаныуы ҡыйын,
Ялғандары (ы)сынға ашыусан.
Дөрөҫ барған юлды ла бит улар
Төптө киреһенсә бороусан.
Тоғролоғо хәҙер яҡын дуҫтың
Алтындарға ғына бәрәбәр.
Күрмәйһеңме – тормош күлен күпме
Тултырғандар «тишек кәмәләр»!
Ниндәй йәмдәр табып ошо саҡта
Күңелеңдә шиғыр ярала?
...Үҙ юлынан ситкә тайпылмаған
Кешеләр бар беҙҙең арала!
Рифманы һанға һуҡмаһа ла, Әлфинәнең әйтер фекере бар. Ул тормош күлендә йөҙгәндә ялған дуҫтар арҡаһында «тишек кәмә»гә ултырыуҙан, батыуҙан ҡурҡа. Алданыуҙан шөрләгән лирик героиня аңлайышһыҙ донъянан йәм табып, нисек шиғыр яҙмаҡ кәрәк, тип үҙ-үҙенә һорау бирергә мәжбүр. Һорауына күрә яуабы ла әҙер ҡыҙҙың – үҙ юлынан тайпылмаған ышаныслы кешеләр ҙә бар икән был донъяла. Тимәк, ышаныс йәшәй, алға табан ҡыйыу атларға була.
Сәкинә Тотманованың мөхәббәт лирикаһы ла үҙенсәлекле, матур.
Ҡараштар осрашты...
Шул ғына.
Һүҙҙәрҙең ҡалманы кәрәге.
Бөрөнән атылған япраҡтай,
Һағыштан әрселде йөрәгем.
Ҡараштар осрашты...
Ғүмерем
Туҡтаны бараһы юлынан.
Был минут үҙе бит бер ғүмер!
Ҡалғаны...
Һуңынан, һуңынан!
Бар бит халыҡ араһында яҡты йондоҙҙар, бар! Уларҙың барыһын да был мәҡәләмдә асып та бөтә алмағанмындыр. Ләкин улар байтаҡ.
Шиғырҙарға ҡәтғи талаптар
Мотал Рәмовтың да шиғырҙары социаль селтәрҙәрҙә күп баҫыла. Ҡайһы саҡ, нимә күрәм, шуны яҙам, тигән кеүегерәк тә килеп сыға.
Зарығып та ерем ямғыр көтә,
Хәлһеҙләнгән үлән-ағастар.
Гонаһ шомлоғомо, зәңгәр күктән
Ғәмһеҙ үтә ҡыҫыр болоттар.
«Ағастар – болоттар»... Их ҡына! Ни эшләп рифманы онота һуң был һәүәҫкәр шағирҙар, ә! Ҡайһы саҡ йән көйөп китә хатта! Бынан биш-алты йыл элек «Бәйләнештә» социаль селтәрендә шиғырға талап тураһында уҫал ғына сығыш яһағайным. Байтаҡ кеше ауыр кисерҙе, асыуланып бөттө. Бөгөн дә һүҙ сәнғәтенең таҙалығы хаҡына сығыш яһамай булдыра алманым.
Һин ҡайҙарҙа ҡалдың, бала сағым,
Бурандарҙамы ни аҙаштың?
Һине эҙләп юлға сығыр инем –
Ғүмер урманында аҙаштым...
Урау-урау юлдар алып китте
Тыуған яҡтарымдан йыраҡҡа.
Тиҙ ҡайтырмын кеүек ине лә бит,
Айырылышыу булды оҙаҡҡа...
Берәм-берәм йүгереп үтә көндәр,
Ваҡыт етмәй нисек итһәк тә.
Үткәндәргә кире ҡайтыуҙар юҡ,
Тылсым-мөғжизәләр көтһәк тә...
Бөгөн килеп барыбыҙ ҙа башҡа,
Тормошҡа ла башҡа талаптар...
Гөрләүектәр менән юҡҡа сыҡты
Беҙ ағыҙған ҡағыҙ караптар...
«Аҙаштың – аҙаштым» һис кенә лә рифмалашмай. Әйтеп тораһы ла юҡ. Әммә шиғыр ахырындағы фекер бик матур. Бала сағыбыҙ барыбыҙҙың да ваҡытлыса бул ды һәм ул шулай уҡ ҡыҫҡа миҙгел яҙҙы хәтерләтә. Гөрләүектә ебегән ҡағыҙ карап кеүек...
«Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Күҙҙәр күрмәгән яҡтылыҡ» исемле ижади шиғри төркөмгә барып юлыҡтым. 38760 кеше теркәлгән етди төркөм. Администрацияның талаптары ла ҡәтғи:
1) ебәргән шиғырығыҙ йә фекерегеҙ мотлаҡ үҙегеҙҙеке булырға тейеш;
2) яҙманы ебәрәһегеҙ икән, авторын (тимәк, үҙ исемегеҙҙе) билдәләргә кәрәк (яҙылыу датаһы һәм башҡа шиғыр менән бәйле мәғлүмәттәр кәрәкмәй);
3) плагиат һалыу, икенсе кешенең шиғырын үҙ исемегеҙ аҫтында ҡуйыу, авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоу тыйыла;
4) яҙмағыҙға тап килгән фотоһүрәттәрҙе ҡуйырға тырышығыҙ, әммә үҙегеҙҙең фотоларығыҙҙы ебәрергә кәрәкмәй. Ошо еңел генә ҡағиҙәләрҙе үтәүегеҙ һорала. Бер-беребеҙгә ихтирамлы булайыҡ һәм кеше хоҡуҡтарын хөрмәт итәйек, дуҫтар!
«Шиғырығыҙҙы беҙгә ебәрер алдынан ҡат-ҡат уҡып сығып, техник яҡтан камиллаштырығыҙ», тип тә өҫтәгәндә, бигерәк яҡшы булыр ине! Сөнки төркөм администраторҙары килгән бер яҙманы мөхәррирләп ултыра алмай.
Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тимә һин,
Көткән бәхет үҙеңдең ҡулыңда.
Шөкөр итеп йәшә һәр бер көнгә,
Яҡындарың яныңда барында.
Көнләшмәсе кеше милкенә лә,
Әйтәләр бит, байлыҡ – бер айлыҡ.
Дуҫ-туғандың булһын һинең өсөн,
Күңел ҡапҡалары шар асыҡ.
Ҡыҙыҡмайым кеше тормошона,
Хәләл донъям миңә ҡәҙерле.
Һис үҙгәртмәҫ инем яҙмышымды,
Үтеп булһа ҡабат ғүмерҙе...
Сәфинә Ҡусҡарова ошо яҙмаһы менән 465 лайыҡ йыйған, 129 кеше уны үҙенә күсереп алған. Комментарийҙан тыйылам.
Асыу килһә, һәр саҡ тый телеңде,
Ағыуыңды сәсмә кешегә.
Ярһыу үтер, тик ағыулы телең
Яҡын араларҙы киңәйтә...
Күҙ йәштәре тулһа, тауға сығып ила,
елгә, һөйлә йылғаға.
Еңеләйгәс йылмай бөтә ерҙә
Йылмайыуҙы һәр кем ярата.
Гүзәл Һатыбалдина-Ҡарабаеваның был шиғыры 769 лайыҡ йыйған, 204 кеше үҙенә күсергән. Был осраҡта ла мин телһеҙ ҡалам. Комментарийһыҙ. Әммә халыҡтың зауығына хайранмын...
Рәйлә Нотфуллинаның шиғриәте үҙенсәлеге менән йәлеп итә. Бер шиғырында ул кешене хис-тойғоға әүрәмәҫкә өндәй. Аҡылды ситкә ҡуйыуҙан хәүеф көтөүен иҫкәртә.
Аҡылһыҙлыҡ сигенән йәһәтерәк
Миңә йыраҡ ҡасыу бик кәрәк,
Йә булмаһа бүре өйөрөнә
Ҡорбан булыр хисле был йөрәк.
Әнүзә Гәрәева үҙенең ихлас бер әҫәрендә шиғриәткә мәҙхиә йырлай. Ҡаурый ҡәләмдең сихри көскә эйә булыуын дәлилләй.
Һин ҡағыҙға һалған юлдарҙа бит
Бөтә уй-хистәрем сағыла,
Көс-ҡөҙрәтең бер үк кәмемәһен,
Яҙсы, ҡәләмкәйем, тағы ла.
Күреүегеҙсә, интернет селтәрендә таралған әҫәрҙәр фекере, камиллығы яғынан төрлө кимәлдә. Ҡайһы берҙәре ныҡ эсте бошорһа, ҡайһыларын уҡығас, күҙҙәр янып китә.
Ир-егеттәр шиғриәте
Интернет-шиғриәтендә ҡатын-ҡыҙҙар күберәк яҙыша. Донъя көтөп, балалар тәрбиәләп, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эшен атҡарып та, йөрәге ҡушҡанды теркәп ҡалырға тырыша улар. Әммә һуңғы осор ир-егеттәр ҙә әүҙемләште. Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов исемле автор ҙа интернет селтәрендә йыш күренә башланы. Уның ижады башлыса тыуған яҡҡа һөйөү, бала саҡты һағыныу, йәшлекте юҡһыныуға ҡайтып ҡала.
Йәйәү ҡайттым ауылыма бөгөн,
Төшөп ҡалып заман атынан.
Көнө лә һуң ниндәй матур әле,
Ел оҙатып килде артымдан.
Нороҡ түбәһенән ҡарап торҙом
Тыуған яҡтың күркәм ҡырҙарын.
Ҡабат-ҡабат һанап был түбәнең
Юлдар булып ятҡан һырҙарын.
Хәйсәр йылғаһында ҡулым сайҙым,
Һыйпай-һыйпай йоморо таштарын.
Йөрәк һыҙып хәтеремә төштө
Ат эсергән малай саҡтарым.
Әхмәр йылғаһына сәләм бирҙем,
Ишеткәндер Байҙаҡ кисеүе.
Сәләмемде ҡабатлаған кеүек
Талғын елдәремдең иҫеүе.
…Ауылыма ҡайтып еттем бына,
Һалмаҡ ҡына атлап, йәйәүләп.
Хәтер йомғағымды һүтә-йыя,
Йәшлек менән йәнәш – икәүләп.
Ысынлап та, был шиғыр юлдарын уҡығанда күңелде яҡты һағыш солғап, йөрәк һыҙып китә. Йылғала ҡулын былай ғына саймай автор, ә йоморо таштарын һөйөп, һыйпап-һыйпап ала. Сөнки унда бала саҡ эҙҙәре һеңеп ҡалғандай…
Хәким Алсынбаев үҙенең әҫәрендә көнүҙәк проблемаларҙы күтәрә. «Беҙ, туғандар, заман зимагуры, Беҙ, туғандар, гастарбайтерҙар», ти ул, әсенеп.
Мин генәме заман тарафынан
Ояһынан ситкә тибелгән?
Күпме башҡорт тотош Рәсәй буйлап
Төрлө тарафтарға һибелгән!
Ситтә ирҙәр. Тороп ҡалған ерҙәр. Иламһырап ята ҡара ер.
Әллә ерҙе, әллә ирҙе уйлап, Ҡараймаҫтан йөҙөң ҡарайыр.
Еркәйенең хәлен аңлай ҙа бит,
Әйтеү кәрәк бында тураһын:
Балаларҙы ашатырға кәрәк,
Кемдән бына ярҙам һорайһың?!
Шуға күрә лә ул, башҡорт атлы,
Йөрөмәҫ ул һис тә һоранып.
Башын баҫып эш эшләүен белер,
Эстән генә көйләп оранын.
Юҡ, йөрөмәҫ башҡорт һоранып!
Драматизм менән һуғарылған был әҫәрҙә, ысынлап та, балаларының үҫкәнен күрмәгән, кәләштәрен һөйөп-туя алмаған ир-егеттәребеҙҙең эске ораны ишетелгәндәй.
Марсель Хамматовтың һөйгәненә оло мөхәббәте һоҡландыра. Ғәфү иткәндә лә ул түбәнселеккә төшмәй, йөрәге янъял ҡуптарғанда аҡылына таяна. Хистәрен үлсәүҙәрҙән алмай.
Күҙ йәштәрен түктем сәсрәп-илап,
Күңелемә төйөн тулғанда,
Тырыштым мин барын оноторға,
Һин янымда баҫып торғанда.
Хыянатты ғәфү итеп булмай,
Һөйөүемде минең тапаның,
Күккә ҡарап ерҙә тыпырсындың,
Минән яҡшырағын тапманың...
Йөрәк һине ғәфү итмәһә лә,
Уйҙарымда һине яҡланым,
Бер ҡайтырһың, тиеп өмөтләнәм –
Күңел ҡапҡаларын япманым...
Һүҙемде түңәрәкләп, шундай һығымта яһайым. Әлбиттә, һәр шағирҙың үҙ уҡыусыһы, үҙ аудиторияһы. Һәр кем үҙенсә «лайыҡ»ҡа лайыҡ була. Әммә шиғриәт ҡанундарына тоғро ҡалыу зарур. Таҡмаҡтарҙа ла, йырҙарҙа ла ритм һәм рифма борон-борондан һаҡланған һәм башҡорт халҡының юғары зауығын билдәләгән:
Табаҡ та ғына табаҡ ай аҡ ҡағыҙ
Буранбайҙың яҙған хаттары.
Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,
Зар илайҙыр ауылым ҡарттары…
Һәр бер халыҡ ижады өлгөһөн алып ҡара – өйрәнергә була. Өйрәнергә кәрәк. Улар быуаттар буйына телдән-телгә күсеп йөрөп, шымарған. Көслө шағирҙарҙың әҫәрҙәре лә етерлек. Уҡырға, эҙләнергә, тағы ла өйрәнергә кәрәк. Өйрәнергә һәм өйрәнергә. Йөрәгегеҙ ҡушҡан икән, ҡулығыҙға ҡәләм тотторған икән, бушҡа түгел, йәш ҡәләмдәштәр. Тик шағирҙарҙың яҡты юлына тоғролоҡто ғына һаҡлайыҡ.
Читайте нас: