Әскелтем генә балан джемын яратмаған кеше бармы икән?! Уның тәме һәм файҙаһы хаҡында белмәүсе һирәктер. Әйҙәгеҙ, тирләп-бешеп сәй эсер өсөн баландан джем әҙерләйек, хужабикәләр! Эшләүе лә еңел, төҫө лә матур ҡыҙғылт килеп сыға.
Баланды йыуып, уңайлы һауытта 10-15 минутҡа быҡтырырға ҡуяһың. Эҫе генә көйөнә иләк аша үткәрергә лә тағы утҡа ҡуйырға. Тик ҡайнатып еткермәҫкә кәрәк. Бер килограмм баланға 1,5 кг шәкәр һалып, утты һүндерергә. Тик йыраҡ китмәгеҙ – шәкәр ирегәнсе болғатып торорға кәрәк.
Һыуынмаҫ борон тиҙ генә банкаларға һалып, асыҡ көйөнсә бер тәүлек тоторға, һуңынан ҡаплап, баҙға йәки һыуытҡысҡа оҙатырға.