Все новости
Новости
14 Октября 2020, 14:05

3-7 йәшлек балаларға түләү өсөн өҫтәмә рәүештә 1 миллиард 378 миллион һум бүленә

Башҡортостанға 3-7 йәшлек балаларға ай һайын пособие түләү өсөн Рәсәй хөкүмәтенең резерв фондынан өҫтәмә рәүештә 1 миллиард 378 миллион һум бүленә. Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Башҡортостанға 3-7 йәшлек балаларға ай һайын пособие түләү өсөн Рәсәй хөкүмәтенең резерв фондынан өҫтәмә рәүештә 1 миллиард 378 миллион һум бүленә.
Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Төбәктәргә бөтәһе 8,8 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә. Өҫтәмә финанслау кәрәклеге ата-әсәһе түләүгә хоҡуғы булған балаларҙың артыуы менән бәйле. Рәсәйҙә улар — 3,8 миллиондан ашыу.
3-7 йәшлек балаларға айлыҡ пособие Президент указы менән 2020 йылдың 1 ғинуарынан индерелде һәм 1 июндән түләнә башланы. Пособие түбән килемле ғаиләләгә бирелә.
Уның күләме балаға төбәктәге йәшәү минимумының 50% тәшкил итә. Был төбәккә ҡарап айынса яҡынса 5,5 мең һум була.
Пособие юллау өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында электрон ғариза бирергә, күп функциялы үҙәккә йәки социаль яҡлау органдарына барырға мөмкин.
https://www.bashinform.ru/news/1507074-bashkiriya-dopolnitelno-poluchit-1-mlrd-378-mln-rubley-na-vyplaty-detyam-ot-3-do-7-let-/
Читайте нас: