Башҡортостанда мәктәп каникулын оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Уҡыусыларҙың ялы шәмбе, 17 октябрҙә үк башланып, 4 ноябргә тиклем дауам итергә тейеш, тип билдәләне республика етәксеһе.
Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, хәҙерге ваҡытта төбәктә 983 уҡыусы киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләй, тағы 200-ләгән мәктәп йәшендәге балаға Сovid-19 диагнозы ҡуйылған. Шулай уҡ 150-нән ашыу уҡытыусыла коронавирус инфекцияһы раҫланған. 4800-гә яҡын уҡыусы ауырыуҙар менән бәйләнештә булған өсөн карантинда ултыра.
«Дөйөм алғанда, республиканың 29 муниципаль берәмеге, был яртыһынан күберәк. Шуға күрә инфекция таралыу буйынса килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән каникулды бер аҙнаға алданыраҡ башларға тәҡдим итәбеҙ. Ике аҙна белем биреү сифатына бер ниндәй ҙә йоғонто яһамаҫ», — тип билдәләне министр.
https://www.bashinform.ru/news/1506499-v-bashkirii-prinyato-resheni-o-prodlenii-shkolnykh-kanikul-/