Все новости
Новости
11 Октября 2020, 15:28

НАҘ ҒЫНАМ

Бөгөн – Халыҡ-ара ҡыҙҙар көнө. Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт, ти халыҡ аҡылы. Аҡыллы, тәүфиҡлы, иманлы, гүзәл холоҡло булып үҫһен ҡыҙҙарыбыҙ!Был донъяны өр-яңынан астыңҠыҙым минең, гөлөм, наҙ ғынам.Беҙҙең өсөн һин бит алтын көҙҙәГөрләп килгән сәскә яҙ һымаҡ...

Айгөл ЙӘМИЛЕВА
Был донъяны өр-яңынан астыңҠыҙым минең, гөлөм, наҙ ғынам.Беҙҙең өсөн һин бит алтын көҙҙәГөрләп килгән сәскә яҙ һымаҡ.Зәңгәр күҙҙәреңдең нур ипкенеҺаҡлай йөрәгемде боҙҙарҙан.Донъя йәме балаларҙа булһа,Әсә йәме була ҡыҙҙарҙан.Мәңге ҡайтмаҫ, тигән бала сағымҺинең менән кире ураны.Йомшаҡ усың менән биттән һөйһәң,Бар ауырлыҡ - донъя туҙаны.Алтын бөҙрә сәстәр, нескә күңел:Бар булмышың һинең наҙ тулы.Һин бит миңә үҙең бүләк иттеңБыл ғүмерҙә мәңге яҙ тынын...
Читайте нас: