Цукат әҙерләү өсөн ҡабаҡтың ҙурырағын һайларға кәрәк. Артыҡ йәш ҡабаҡтарҙың бешеп таралыу ҡурҡынысы бар. Йәшелсәнең тышын әрсеп алабыҙ, тостарынан һәм епсәләренән таҙартабыҙ. Әҙер ҡабаҡты 2х2 см итеп шаҡмаҡлап турайбыҙ. Кәстрүлгә һалабыҙ һәм шәкәр ҡомо ҡушабыҙ. 2-3 сәғәттә ҡабаҡтың һыуы сығып, шәкәр шунда иреп бөтәсәк.
Әлеге сиропҡа тәм көсәйтер өсөн лимон йәки апельсин цедраһы, имбирь, ванилин ҡушып, йәшелсә үтә күренмәлегә әйләнгәнсе ҡайнатабыҙ. Шунан һөҙөп алабыҙ ҙа киптерергә ҡуябыҙ.
Цукаттар тиҙерәк кипһен өсөн уларҙы тәүҙә духовкала тотоп алһаң яҡшыраҡ була. Ҡағыҙ йәйелгән табаға (йәбешмәһен өсөн уға аҙ ғына еҫһеҙ көнбағыш майы һөртөргә кәрәк) матурлап теҙергә һәм 90-100 градуслы духовкаға ҡуйып, 2-3 сәғәт тоторға кәрәк. Духовканың ишеге шырпы ҡабы киңлеге генә асылып торорға тейеш. Мейестән алғас, асыҡ һауала 5-7 көн киптерәләр.
Цукаттар ҡулға йәбешмәһә, кипкән була. Әҙер тәмлекәстәрҙе дымланмаҫлыҡ ерҙә быяла банкала йәки ҡағыҙ ҡапсыҡтарҙа һаҡларға кәрәк.