Все новости
Новости
10 Октября 2020, 23:00

ЗӘҢГӘР ЕБӘК, ЙӘКИ КҮҘ НУРЫ

...Тыҡрыҡ яғында ишетелгән тауышҡа һиҫкәнеп артҡа сигенде Зөбәйҙә. Атаһы йәнә әсәһен иҫереп йығылып ятып ҡалған еренән һөйрәкләп алып ҡайтып килә. Атаһының сабырлығына һушың китерлек: йән асыуы менән елтерәтеп алһа ала, тырнаҡ менән дә ҡағылмай. Төн тимәй, буран тимәй, ямғыр тимәй, ни тиклем арыһа ла, бер-бер хәл булып ҡуймаһын, тип, туптырлап эҙләргә сығып китә. Уҡытыусы башы менән иҫерек бисәһен өҫтөрәкләп, кеше көлдөрмәһен тип, балалар әсәләрен үҙҙәре эҙләй һалып ала торғайны. Әле мырҙалары күрше ауылда интернатта ятып уҡый, ә Зөбәйҙә бер нәмәгә лә эшҡашмай ултыра.— Алма кеүек балаң дөм һуҡыр булып ултырһын да, нисек йәнең әсемәһен? — тип шарылдап илай әсәһе. — Мин бит ҡайғымдан әсәм. Һин генә ул таш йөрәк. Аңлайһыңмы ни һин кеше хәлен?.. — Атаһы өндәшмәй. Уртын сәйнәп түҙәлер, бахыр. Тыйыу күрмәгәс, әсәһе уның һайын ярһый:— Һөйөклө балам көйөклө булыр, тип кем уйлаған?! Өс йәшендә ағып киткәнендә тотоп алмаған булһаң, бер илар ҙа онот булыр ине. Рәхәт тиһеңме инә кешегә балаһының ғүмер баҡый зәғиф ултырғанын күреү?!

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА
«Ҡыйыулығың етеп хыялланһаң, теләктәрең ысынлап та тормошҡа ашамы икән әллә ул?» Эсенә һыймаған һөйөнөсө сыҙатманы, уны ғаләм менән уртаҡлашмау яҙыҡ булыр ине! Сыҡты ла, яҙғы донъяның тылсымына хайран ҡалып тыны быуылып торҙо.
Йондоҙҙар ҡул һоноп ҡына алмалы, һандуғастар, моғайын, уларҙан ағылған нурға иләҫләнгән. Аҡылдан шаштырырлыҡ итеп һайрайҙар. Шул ҡәҙәрле моңға түҙә алмай, йөрәккенәләре ярылып та ҡуймаҫ тимә! Алмағас сәскәһенең елдең иркәһенә лә ҡойолған нәфис аҡлығына семәрләнгән күтәрмәлә генә ултырып сыҙай алманы Зөбәйҙә. Ташҡын шауына табан атланы.
Яҙ һуңланы быйыл, ҡар яйлап ирене, йылға йылдағынан йыуаш шуға. Ышаныслы килеп баҫты Зөбәйҙә текә ярҙың тас башына. Ә былтыр ташҡындың иң шашҡан сағында тулҡындар ошонда килеп аяҡтарын ялап-ялап китә ине. Зөбәйҙә һиҫкәнеп артҡа сигенеңкерәп ҡуйҙы...
* * *
...Тыҡрыҡ яғында ишетелгән тауышҡа һиҫкәнеп артҡа сигенде Зөбәйҙә. Атаһы йәнә әсәһен иҫереп йығылып ятып ҡалған еренән һөйрәкләп алып ҡайтып килә. Атаһының сабырлығына һушың китерлек: йән асыуы менән елтерәтеп алһа ала, тырнаҡ менән дә ҡағылмай. Төн тимәй, буран тимәй, ямғыр тимәй, ни тиклем арыһа ла, бер-бер хәл булып ҡуймаһын, тип, туптырлап эҙләргә сығып китә. Уҡытыусы башы менән иҫерек бисәһен өҫтөрәкләп, кеше көлдөрмәһен тип, балалар әсәләрен үҙҙәре эҙләй һалып ала торғайны. Әле мырҙалары күрше ауылда интернатта ятып уҡый, ә Зөбәйҙә бер нәмәгә лә эшҡашмай ултыра.
— Алма кеүек балаң дөм һуҡыр булып ултырһын да, нисек йәнең әсемәһен? — тип шарылдап илай әсәһе. — Мин бит ҡайғымдан әсәм. Һин генә ул таш йөрәк. Аңлайһыңмы ни һин кеше хәлен?.. — Атаһы өндәшмәй. Уртын сәйнәп түҙәлер, бахыр. Тыйыу күрмәгәс, әсәһе уның һайын ярһый:
— Һөйөклө балам көйөклө булыр, тип кем уйлаған?! Өс йәшендә ағып киткәнендә тотоп алмаған булһаң, бер илар ҙа онот булыр ине. Рәхәт тиһеңме инә кешегә балаһының ғүмер баҡый зәғиф ултырғанын күреү?!
Көндән-көн донъяның томалана барыуына әрнегән ҡыҙының сей яраһына услап тоҙ һипкәнен, үҙ ҡулы менән ташҡынға этәргәнен аңламай ул. «Был араҡы һөйләй, әсәм түгел, — тип уйлай Зөбәйҙә. — Әсәм улай ҡаты бәғерле түгел». Йәлләй уны Зөбәйҙә. Ярата ла, йәлләй ҙә... Һылыулығы әсәһенән күсһә лә, был яғы атаһынан, күрәһең. «Матур менән яҡшы саҡта кем яратмай, шәп булғас, һин йәмһеҙ менән насар саҡта яратып ҡара»,—тип ауыҙҙарын ҡаплай ул ҡатынын битәрләй башлаһалар. Риза атаһы менән Зөбәйҙә. Тик әле әсәһенең һүҙҙәре күңеленә уйып инә: «Бер илар ҙа онот булыр инек!» Ә тулҡындар ялмап ялай, ҡуңалтаҡ килеш тишек ҡата кейгән аяҡтар уларҙағы боҙ һалҡынын тоя. Хатта ихтыяр ҙа кәрәкмәй. Уң аяҡты саҡ ҡына шылдыра баҫыу етә... Ә төн шундай йылы, яңы һауған һөт шикелле... Эргәләге талда бер һандуғас һайрай... Ус аяһылай ҡошсоҡто моңға мансыған донъяла аяуҙың йәшәүенә өмөттө өҙгө килмәй.
— Эй, Илаһым, ошо нурлы донъяңа һоҡланып йәшәһәм ине! — Ун һигеҙ йәшлек ҡыҙ бала тулҡын теле ялаған урында баҫып торған ерендә тубыҡланды.
— Йәшә, теләгеңдә хаттин ашырҙай бер нәмә лә юҡ! — тип яуап ҡайтарҙы ғаләм.
Йыһандан эркелгән йылы ипкенгә рухланып киткән Зөбәйҙә, форсаты тейгәндә һорайым әле, моғайын, ауыҙыма һуҡмаҫтар, тигәндәй артабан тәүәккәлләне.
— Йәнә лә, — тине, үҙ хаяһыҙлығынан үҙе оялғандай, тыны быуылып торҙо, — йәнә лә ошо нурлы-моңло донъяңда һөйөп-һөйөлөп йәшәһәм ине.
Бында ла баш китерлек бер ни ҙә юҡ ине ғаләм өсөн.
— Ошо мөхәббәттән бәхетле, оҙон ғүмерле балалар тыуһын ине, — тип өҫтәне Зөбәйҙә. Быныһында ул, үҙ әрһеҙлегенә һушы китеп, үҙе лә ишетмәҫлек итеп иренен генә йыбырлатты.
* * *
— Был ысынтылап кереште. — Гүзәлиә эшенән ҡара ҡайтып инде. — Тағы арттырҙы аренда хаҡын. Был бит үңәсеңде һығыу менән бер.
Яңы түрә менән ҡыҙы араһында көндән-көн ҡыҙа барған көрәште нисек баҫырға белмәй хафаға батҡан Хәнифә ханымдың башына келт итеп бер уй килде.
— Элек атайыңдар райондарға сығып, айҙар буйы ауыл халҡын ҡабул итә торғайны. Шул тәжрибә бармы әле, юҡмы?
— Әсәй, һин мине ишетмәйһеңме әллә ул? — тип үсегеп китте Гүзәлиә. — Бында алыш «үләмме, ҡаламмы» тигән хәлгә барып етте. Ә һин хәтирәләргә бирелеп ултыраһың.
— Юҡ, һин үҙең мине тыңла, — тип ҡырт киҫте Хәнифә. — Ул алышығыҙҙың һинең бизнестың тонсоғоуы менән барып бөтөрө баштан уҡ билдәле ине бит инде.
— Әсәй, — тип хайран ҡалды ҡыҙы. — Нисек еңел генә әйтә алаһың? Улай булғас, мин ике-өс айҙан ыштанһыҙ ҡалам, ярты йылдан төрмәгә ултырам бит. һин шуны аңлайһыңмы? Әле былай ҙа арендаға түләүҙән ҡалғаны кредит ҡаплауға китеп тик тора.
— Шуға күрә башты эшләтергә кәрәк, — тине Хәнифә тыныс ҡына. Ғәҙәти тормошта бошмаҫ кеүек күренгән әсәһенең иң ҡыйын, иң яуаплы мәлдәрҙә бысаҡ йөҙө кеүек үткер, салт булып киткәнен күргәне бар ине Гүзәлиәнең. Һағайып шымды. Ғауғалауҙан туҡтап, сәй ултырта башланы. Күҙҙәрендә алыҫлашып барған ямғыр болотондағылай ара-тирә йәшен былҡыуы дауам итһә лә...
— Һөйләштек бит инде мең ҡабат, — тип дауам итте Хәнифә ханым. — Түрәңдең өлөшкә ингеһе килә. Ә инде эшең бөтөнләй бармай бизнесыңды япһаң, миллион һумға алған уникаль аппаратураңды, кредитыңды ҡаплау өсөн ярты хаҡына һатырға мәжбүр булһаң? Бына ҡайҙа уның өсөн байрам!
— Хайуан, — тине Гүзәлиә ҡулындағы сынаяҡты тишерҙәй итеп тызый-тызый һөртөп. — Һатырмын мин уға, көтөп торһон.
— Һатмай, атаң башына бараһыңмы? Йыландай теленде сығарып, «ал», тип ялынып торорһоң.
— Һуң, халыҡҡа шул тиклем файҙалы, кәрәк бит ул аппарат.
— Уға күсһә, файҙаһыҙға әйләнәме ни? Шәп итеп рекламалап ебәрә, ҡулланыу даирәһен тағы ла нығыраҡ киңәйтә, уның мөмкинлектәре хаҡында ауырыуҙар ҙа, врачтар ҙа күберәк белә. Халыҡ нисек тә отолмай. Файҙаһы тағы ла нығыраҡ арта, баһаһы тағы ла нығыраҡ күтәрелә әле аппаратыңдың.
— Һине тыңлап торһаң, хас та шул хайуан өсөн ҡыуанғандай һөйләйһең.
— Юҡ, мин һин килеп ҡапҡан хәлдең күләгәле яғын һүрәтләйем. Мәсьәләнең ҡара яғын. Әле һеҙҙең алыш шул юҫыҡта бара. Ҡараңғы яҡта һин еңеләһең. Андестанд? – Биш тел белеүеңдән, медицина фәндәре кандидаты булыуыңдан ни файҙа, тормошто белмәйһең, тип төрттөрөүе әсәһенең «төшөндөңмө» тигәнде инглизсәләүе.
— Их, атайым иҫән булһа, — тине Гүзәлиә төшөнкөлөккә бирелеп.
— Атайың да шул һинән йыраҡ китмәгән ине инде.
— Нисек китмәһен, ти?! Бөтөн теләгенә ирешкән, дан, рәхмәт, абруй ҡаҙанған профессор, халыҡ врачы.
— Ул бит яҡты яғы менән көслө ине, ҡыҙым.
— Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, үҙең әйтмешләй, миңә хәҙер нишләргә?
— Бөгөнгө көндә изгелеккә иң мохтаж, иң лайыҡ булған халыҡҡа изгелек эшләргә юлланаһың. Бер айға иң төпкөл районға командировка алаһың, аппаратураңды машинаға тейәйһең дә сауап йыйып ҡайтаһың. Ҡайтыуыңа рәхмәтле халыҡ гәзиткә яҙып ебәрә, үҙең дә бер-ике интервью бирерһең. Дауаханағыҙҙың, тимәк, түрәңдең дә абруйы арта.
— Хәҙерге заманда төкөрәләр һинең гәзитеңә, — тине Гүзәлиә.
— Төкөрмәҫтәр, маҡтау кемдең дә эсенә һары май кеүек ята ул. Бер ыңғайҙан кешеләрҙең дә, ихлас яҡшылыҡтың әле лә барлығын күреп, күңелдәре күтәрелеп ҡалыр. Яҡты яҡ бына шулай була. Ә инде эшеңде белеп, яратып, урын-еренә еткереп башҡарғаныңды әйтмәһәң дә белеп торам. Атайыңдың ҡыҙы бит һин.
— Ә кредитты кем түләй?
— Ана, йыйылған пенсиямды ал... Унан кейәү ҙә ҡайтып төшөр Себеренән аҡсалы булып. Бер ҙә ярҙамһыҙ түгелһең әле.
* * *
— Ирек, Интернетҡа инһәң, минең фермамды асып, сусҡа менән ишәгемде генә ашатып сыҡ әле. Икенсе көн инде онотам, — тине Айбулат, иртәнге сәйен ашыҡбошоҡ шөптөрләтеп. — Иртәгә минең зачет. Көнө буйы китапханала ултырам, юғалтмағыҙ.
— Аһ-аһ, ул ни тигән ферма тағы, — тип аптыраны Мөғлифә әбей. — Сусҡаны ашат, тинесе...
Көлә-көлә виртуаль ферма тураһында аңлатырға тырышып ҡаранылар, күҙ алдына ла килтерә алманы.
— Ярар, өләсәй, мин һиңә күрһәтермен, — тине Ирек.
Бер аҙҙан компьютерын тоҡандырып, әллә ниндәй төймәләргә баҫты ла, ғорурлыҡ менән артына боролдо.
— Кил әле, өләсәй, шәпме минең хужалыҡ?
Компьютер экранында мультфильмдағы кеүек матур ғына өй тора. Баҡса. Ишек алдында йәтеш кенә сусҡа йөрөй тәгәрмәләп. Ишәк тора көйшәнеп.
— Йәнле һүрәт кенә икән дә, — тип күңеле ҡайтты әбейҙең. — Ҡарт бәпестәр, мин уҡып ултыраһығыҙҙыр тигән булам. Ә һеҙ мультик уйнайһығыҙ. Шуның ни ҡыҙығын табаһығыҙ?
— Ҡыҙыҡ ул, өләсәй. Бына мин картуф ултырттым да, уны һатып, чипсы яһай торған завод алдым. Тормош тәжрибәһе туплайым. Ах, һин уны, минең баҡсаға инеп, ҡорт ебәреп сыҡҡан.
— Нимә эшләгән, нимә эшләгән? — Әбей тағы ла нығыраҡ аптырап китте.
— Класташ ҡыҙыҡайҙың да фермаһы бар. Ул инеп минең бер ананасымды урлаған, етмәһә, ҡорт ебәреп сыҡҡан. Хәҙер үҙенә сүп үләне сәсеп сығайыҡ әле.
— Ҡыҙ кешенең донъяһы матурыраҡ икән, ере лә, малы ла күберәк, — тине Мөғлифә әбей һоҡланып. — Ә нишләп һин ат алып ебәрмәйһең?
— Атты ысын аҡсаға ғына һатып алып була. Ерҙе лә... — Ейәне мауығып «Бәхетле фермер» тигән уйындың ҡағиҙәләрен аңлата башланы. Ә ҡырҡ йылдан ашыу физика-математика уҡытыусыһы булып эшләгән өләсәй борсоуға ҡалды.
Көнө буйы тик шул хаҡта ғына уйланы. Йөрөй-йөрөй ҙә һарыуы ҡайнап китә. Киске аш мәлендә саң ҡаҡты — тотош ғаилә табын артына йыйылғас, һүҙ башланы.
— Уйынығыҙ бик мәҙәк, мауыҡтырғыс, балалар, — тине Айбулат менән Иреккә алмаш-тилмәш ҡарап. Уҡытыусы бит, алыҫтаныраҡ башланы. — Хыялығыҙ ҙа бик матур — «Бәхетле фермер». Тик уның бик хәүефле яғы бар. — Ҡыҙы балаларын яҡламаҡҡа ниҙер әйтмәксе булғайны, кейәүе аҡыллы, сабыр кеше, ҡарашы менән тыйҙы: һөйләп бөткәнде көт. — Һеҙ ул, нисек тинең, виртуаль бит әле, тормошоғоҙ менән әүрәп, ысын тормоштоң ҡыҙығын, тәмен юғалтыуығыҙ бар. Элегерәк бер көләмәс була торғайны: имеш, беҙҙең кеше менән ҡытай кешеһе һөйләшә. Бына мин, ти урыҫ, ун дүртенсе майҙа картуф ултыртам да, ун бишенсе августа ҡаҙып алам. Ә мин, ти ҡытай, ун дүртенсе майҙа ултыртам, ун бишендә ҡаҙып алам. Нисек улай, тип хайран ҡала беҙҙең кеше. Шулай, ти ҡытай, кусать-то хосется... Шул ҡытай хәҙер бөтөн донъяға нисек эшләргә һәм байырға икәнде күрһәтә. Әле бында ла һеҙҙән ипләп кенә аҡса һура кемдер. Ярай, быныһы икенсе мәсьәлә. Шул ҡытай кеүек картуфығыҙҙы бер тәүлек эсендә үҫтереп һатып завод һынлы завод алып ебәргәс, һеҙ тормошта ла шулай еңел генә була тип күнегәһегеҙ. Башығыҙға шулай һеңә. Ә ҡыйынлыҡтарға осрау менән күңелегеҙ төшә. Ә бит физикалағы «ышҡылыу» законы кеүек, тормоштоң да шундай ҡанундары бар. Ҡаршылыҡһыҙ булмай. Ә һеҙҙең йәнә шул компьютерығыҙҙа рәхәт кенә йәшәгегеҙ килеп тик тора. Бына бит ул ниндәй ҡурҡыныс, балалар.
— Әсәй, — тине ҡыҙы. — Беҙ ҙә бит элек кино ҡарап, араларында йөрөгән кеүек хыялланып бер була инек.
— Бында икенсерәк, — тине кейәүе. — Ҡәйнәм дөрөҫ әйтә, компьютер уйындарында һин ысынлап та ҡатнаша алаһың, нимә эшләргә икәнен үҙең хәл итәһең, һин үҙең режиссер кеүегерәк. Ысынлап та әүрәткес...
— Шулай, шулай, — тип улар менән ризалаша һалды ҡыҙы ла. — Етмәһә, күпме ваҡыттарын әрәм итәләр. Шуға текләп ашауҙарын да оноталар. Хатта һин дә...— тип иренә лә төрттөрөп алырға онотманы.
— Аңлашылды, — тине Айбулат. — Әгәр теләһәгеҙ, мин һеҙгә хәҙер компьютер уйындарының файҙаһы һәм зыяны тураһында яҙылған тотош рефератымды уҡып сығам. Тик өләсәм бит хәбәрҙе икенсе маҡсат менән башланы. Шулай бит, өләс-көләс? — Бала сағында һәр йәйен өләсәһендә үткәргән Айбулат әбейҙең холҡон бик яҡшы белә.
— Дөрөҫ һиҙенәһең, — тип ҡәнәғәт йылмайҙы Мөғлифә әбей. — Әйҙә былай итегеҙ. Имтихандарығыҙҙы дәррәү генә биреп бөтөгөҙ ҙә, икәүләшеп ысын фермерға ярҙамға барығыҙ. Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ: Ирназар ағайыңдың быйыл ҡыш буйы тибендәге йылҡыларын бүре баҫып интектерҙе. Әле айыу бер башмағының арҡа һөйәген һындыра һуҡҡан.
Айыу менән бүре, тигәс тә егеттәрҙең күҙҙәре һазлап китте. Әсәләренең һөрөмө ҡойола башлағайны, аталары йәнә ҡәйнәһен яҡланы.
— Нишләп ҡурҡаһың? Үҙебеҙҙе оноттоңмо? Шул бүреле урмандар аша күрше ауылға саңғы менән йөрөп уҡыныҡ. Бирешмәнек бит. Ә хәҙер һәр береһенең ҡулында мылтыҡ. Быйыл икегеҙҙең дә һуңғы каникул, һиңә, Айбулат, икенсе йыл институтыңды бөтөрөргә, ә һиңә, Ирек, институтҡа инергә кәрәк буласаҡ. Әйҙә, рәхәтләнеп ҡалығыҙ, — тип малайҙарын дәртләндереп ебәрҙе атай кеше.
Ғаилә ҡоро шулай ҡарар ҡылды.
* * *
— Ғилмияза һәләк килештереп күҙелдерек кейеп ҡайтҡан... — Саҡ ҡына әсеүҙән туҡтап, өй-мөйөн таҙалап, йонсоғаны бөтөп алһа, әсәһе ғәләмәт көләс булып тора бер килке. Үҙ-үҙенә ихтирамы артып, кәйефе күтәрелеп китәлер. Ғәрәсәт кеүек өйрөлөп йөрөп донъя эшен бөтөрөп ташлай. Шаж-шож килеп бешеренә, тәмле еҫтәр өйгә түгел, ихатаға һыймай. Атаһы, бахыр, киткән була ирәйеп бер биш-алты көнгә. Күҙе күргәндә тормоштоң башҡа яҡтарына күберәк иғтибар иткәндер, ә хәҙер, көнө күңел күҙенә ҡалғас, тойғо-төҫмөрҙәргә уғата һиҙгер Зөбәйҙә. Күп нәмәне әйткәндән түгел, ауыҙ эсендә аулап алып ҡалынғанынан самалай.
Әммә әле күҙелдерек тигәнгә ҡолағы ҡарпайҙы.
— Районға машина сыҡҡанмы әллә? — тип һорай атаһы, белмәй ҡалынған, тигән үкенес менән.
— Өфө һынлы Өфөнән күҙ врачы үҙе килгән, ти бит Көнсыуаҡҡа. Аҙнанан ашыу тикшереп ултыра, ти.
— Атай, алып бар! — Өҫтәл башында ғәҙәтенсә шым ғына ултырған ҡыҙының тауышында ярһыулы елкенеү ишетеп, атай кеше тетрәнеп китте. «Нишләнең һин?»—тигәндәй ҡатынына күҙ ташланы.
— Атайың бер башмаҡтың аҡсаһын түгеп Өфөгә, профессорҙың үҙенә күрһәтеп алып ҡайтты бит, балам, — тип иренә ярҙамға ташланды ҡатын. — Ғалим башы менән: «Медицина әлегә ярҙамһыҙ. Был сирҙе дауалап булмай», — тигән дә баһаң.
— Әлегә... — тип һүҙ ҡыҫтырҙы төпсөк малай Сибәғәт.
— Нимә «әлегә»? — тине уҡыусыларының һәр һүҙенә иғтибар бирергә күнеккән аталары.
— Әлегә ярҙамһыҙ, тигән. Ә һеҙ барғанға инде өс йыл үтеп китте.
— Донъя хәҙер тиҙ үҙгәрә. Көндән-көн яңы технологиялар барлыҡҡа килеп тора инде былай, — тип ҡуйҙы атай кеше уйсан ғына.
Иренең белемсел булып бишенсе класс уҡыусыһы ыңғайына былай ҙа күңеле зәғиф балаға буш өмөт биреп ултырыуына йәне көйҙө лә китте әсәһенең.
— Ошо заманда ауылдан ауылға бушлай дауалап йөрөгән врачтың йүне барҙыр инде, — тип урынынан уҡ тороп китте.
Зөбәйҙә уларҙы ишетмәй ине. Атаһына өндәшкән минутынан алып, туҡтауһыҙ яуған ямғыр арҡаһында артыҡ ташып юлды өҙгән тау йылғалары хаҡында уйланы. Ана бит, әсәһе бер ыңғайҙан Сибәғәтте талауға күсте:
— Ултыраһың ҡыҫылып. Яҡшы булһаң, уҡыу ҡалдырып йөрөмәҫ инең. Исмаһам, һеҙ ошо төпкөлдә интекмәһен тип күпме аҡса түгелә.
— Һағындыралаһаң, — тип танау мыршылдатты малай.
— Ағайҙарың түҙәләһәң, баштарына аҡыл кергәс...
— Танауҙарына еҫ кергәс, тиген... Ҡыҙҙар артынан саба бит уларың.
Әсәһенең орошҡанына бошонған булып ултырған малай хихылдай-хихылдай сығып һыҙҙы. Һағыныуына сыҙар ине ул, компьютерға әүрәп алғайны, этенең көсөкләр ваҡыты яҡынлашҡайны бит. Шуға ла туғыҙынсы майҙа өс көн ялды файҙаланып, сала-сарпы ылауға эләгеп ҡайтып төштө. Ярай ҡайтҡан, атаһы геологтарҙан айыу үтенә алмашып алып ҡалған овчарканың, ысынлап та, өс көсөгө бар. Ә затлы малға хужа йәһәт табыла. Компьютер һынлы компьютерын йәлләмәгән йән дуҫы Илгиҙәргә инселәгәненә билге һалып, атай менән әсәйгә ныҡытып китергә кәрәк. Иркә малайҙың нимә хәстәрләп йөрөгәнен ата менән әсә лә самалай. Тик, шул тиклем яуынлап китер ҙә юл бөтөнләй быуылып ҡалыр, тип кем уйлаған?
— Имгән сабыйға өҫтәп ашатма, тип күпме әйтәһең, — тип бурылдай әсәй. — Ҡоҫтораһың бит...
— Әсәң дөрөҫ әйтә, әрәм итеп ҡуйма көсөгөңдө, — тип йөпләй атай. Бындай көндәрҙә улар һәләк бер һүҙле.
Шым ғына мөйөшөнә барып һыйынып бәйләменә йәбешкән Зөбәйҙәнең уйы ауға эләккән ҡошсоҡ балаһы кеүек бәргесләнә. Бына апаһының ҡул эше эшләгәндә ыңғырап ҡына йырлап ултырыуынан йәм тапҡан Сибәғәт шым ғына килеп һыйынды. Бер ауылда булып та, шундай мөһим яңылыҡты ишетмәй ҡайтҡанына үҙен сикһеҙ ғәйепле тойоуы.
— Киткәндер инде ул, мырҙам, — тип яратып арҡаһынан һыйпаны апаһы уның кисерештәрен төшөнөп. «Кит инде, ултырам гонаһһыҙ сабыйҙы көйөккә төшөрөп».
— Беҙҙең юлды быуған Зәрбизә йылғаһы Көнсыуаҡта ташмаған тиһеңме? — ти малай.
Ә ямғыр һаман да ҡоторона. Зөбәйҙәгә ул тыпылдаған тамсылар һуңғы өмөттәрен йыуып алып киткән кеүек. «Уңмаған юлды ҡыума. Ана, хатта тәбиғәт тә ҡаршы. Яҙмышым шулдыр», — тип үҙен өгөтләй. Күнгеһе килмәй.
Ҡустыһы апаһын аңлай. Йөрөй бирҙе лә йәнә килеп шыбырланы:
— Тау аша кәзә һуҡмағы бар ҙа баһа. Әйҙә шунан китәйек менгәшеп. Үҙем алып барам, ҡурҡмаһаң.
Йөрәге елкенеп китте лә...
— Бигерәк хәүефле бит ул юл, мырҙам. Әллә күпме араны упҡын ситләп барырға кәрәк.
Бөткән баш — бөткән, үҙ йәне һис тә йәл түгел. Тик ҡустыһын һәләк итеп ҡуйһа...
— Апай, беҙҙең малайҙар менән ул юлдан үҙебеҙҙе һынамаҡ өсөн әллә күпме йөрөгән бар, — ти ҡустыһы. — Ә бында ни, һинең хаҡҡа...
Шулай тине лә сығып юҡ булды. Байтаҡ йөрөп ҡайтты ла хәбәрен һалды.
— Саптарҙы эҙләп алып ҡайтып яҡынға тышаным. Иртән иртүк китәбеҙ. Әсәмдә беҙҙең ҡайғы булырлыҡ түгел — Ғилмиязаһының балы әсеп сыҡҡан. Атама, беҙҙе юғалтып йүгерекләй башлаһа, әйтер, Фаязға хәлде аңлаттым.
Әллә ҡайһы арала ҙурайып өлгөргән оя төбө ҡустыһының бөтәһен дә хәстәрләп өлгөрөүенә эй күңеле булды Зөбәйҙәнең. Тик күрше малайҙың лыбырлаҡлығына ишаралап:
— Фаязың бутҡаның майын алдан түгеп ҡуймаһа ярар ине, — тип хәүеф белдергәйне, Сибәғәте өлкәндәрсә:
— Берәй заман овчаркалы булғыһы килһә, түкмәҫ, — тип кенә ҡуйҙы.
* * *
Таң һарыһынан ҡуҙғалдылар. Мәңге китмәм тип килгәндер ямғыр — яуа. Шыптыр бөркәнделәр былай, өшөттөрмәй. Тик барыбер көндөң йонсоуы теңкәгә тейә.
Икеһе лә өс йәш тулыр-тулмаҫтан эйәргә ултырған кейгеләр — уларҙың төпкөлөндә һыбайлау берҙән-бер сара юл йөрөүгә, икеһе лә, әйтерһең, ат менән ҡуша тыуған. Саптар бейәләре һәләк сыҙам да, аҡыллы ла. Тик еүеш. Таштар тая. Ауыр барырға бахырсыҡ малҡайға. Етмәһә, был юлда осраған берҙән-бер шишмә лә ажғырған. Ә бит ҡайһы бер йылдарҙа ул бөтөнләй ҡороп ҡала. Шуны сыға алмай артыҡ оҙаҡ ҡыялдылар. Унан упҡын ситендәге ҡырлау һуҡмаҡҡа әллә нисәмә урында ләм шыуып төшкән. Уны услап тип әйтерлек таҙартып, яңынан юл һалды мырҙаһы. Юл тигәнең ташҡа үлсәйем, Сибәғәткә күберәк атты етәкләп алдан барырға тура килде. Бик ҡурҡыныс урындарҙа тәүҙә апаһын етәкләп киң урынға сығара, унан атты әйҙәй. Шуға күрә, яҙғы көн ни тиклем генә оҙон булмаһын, яҡтыла барып өлгөрмәнеләр Көнсыуаҡҡа. Малай бик ҡәһәтләнгәйне, апаһы тыйҙы. Ҡара төндә ҡара урман эсендә нимә генә осрамаҫ! Бер мәл, көртмәлегә килеп бик уңғас, икенсе көндө лә йыймаҡ булып атаһы менән бер мәмерйәлә ҡунғайнылар. Шуны эҙләп таптылар.
— Донъя ҡараңғы, тип ҡарғанғансы, исмаһам, бер сыра тоҡандыр, тип әйткән, ти, бер кеше. — Мыш-мыш килеп мәмерйә төбөндә усаҡ яғырға маташҡан Сибәғәт нисек тә апаһының күңелен күрергә тырышты.
— Ҡалай аҡылланғанһың һин, мырҙам, — Зөбәйҙә йәнә һоҡланмай сыҙаманы.
— Мин түгел, беҙҙең класс етәксеһе шулай тип ҡабатларға ярата, — тине малай. Кеше данын үҙенә алғыһы килмәү ҙә бик матур сифат. — Яҡтыра башлау менән китәбеҙ.
Бер-береһенә һыйынып ҡына яттылар. Ылыҫты усаҡ урынына түшәгәс, бер ҙә өшөттөрмәй. Арманһыҙ булып арыған мырҙаһы яҫтап ятҡан эйәргә башын терәү менән онотолдо. Зөбәйҙә йоҡлай алманы. Уйламағаны ҡалманы таң атҡансы. Тик һоранып, зарланып ғаләмде борсорға баҙнат итмәне. Дебеттән шәл бәйләгән яҡтарҙан килен булып төшкән Гөльямал еңгәһе өйрәткән биҙәктәрҙе ҡабатлап ятты. Күҙлегә рәхәт ул эшкә өйрәнеүе, ә бына хәҙер башты күберәк эшкә егергә тура килә. Хәйер, Гөлнәфисә әбейе йыуата ул: «Беҙҙең төбәктең иң шәп тегеүсеһе тома һуҡыр була торғайны, — ти. — Элек трахома тигән ауырыу булып, шул арҡала күптәр күҙҙән яҙған. Тегенсе ҡыҙ бар тирә-яҡҡа сын яһау бүректәр тегеп кейҙерә торғайны. Усы менән башыңды һәрмәп кенә үлсәүен ала ла тап-таман ғына итеп оҫталай. Ата-инәһенең ишле ғаиләһе уның арҡаһында ныҡ етеш йәшәне. Аслыҡтың нимә икәнен белмәнеләр, — тип ебәрә,— һин дә тырыш. Файҙаһыҙ көйөккә көйөп көнөндә үткәрмә, һәнәр өйрән».
Ҙур таяныс уның был һүҙҙәре Зөбәйҙәгә. Ҡайғылы уйҙарға үҙен баҫып алып китергә ирек бирмәҫ өсөн йә йырларға, йә бәйләм эшенең нескәлектәрен ҡабатларға ғәҙәтләнде. «Ғәҙәт — ул холоҡ, ә холоҡ — яҙмыш. Холҡоң һәйбәт булһа, яҙмышың да яҡшы була, тимәк». Быныһы ла Гөлнәфисә инәйенең һүҙе. Бәхетеңдең бер ни тиклем үҙеңдән дә торғанын һеңдерергә тырышып ятҡан көнө.
«Яҡшы кешеләр бар ул донъяла», — шул һуңғы уйы менән йоҡоға талған, һандуғас һайрағанға уянып китте. Төнмө, таңмы? Яңы ғына ҡайтҡан мәлдәрендә һандуғастар төндә лә һайрауҙан туҡтамайҙар. Ҡустыһын уятырға уйланы ла йәлләне. Саҡ ҡына ял итә бирһен. Хәтәр юлда ныҡ арылһа ла ҡурҡыныс. Аҙым һайын хәүеф һағалай бит, тояҡ аҫтындағы ташҡа ла, сосайып торған ботаҡҡа ла иғтибар кәрәк.
Сос йоҡлай икән Сибәғәт. Апаһы ҡыбырлау менән күҙен асты. Иртә ине. Шулай ҙа ныҡ ашығып барҙылар. Барыбер өлгөрмәнеләр...
... Артабан да көтөп ята алмай ине Гүзәлиә, ямғыр баҫылып, көн асылғанды. Хәҙерге космос заманында илле саҡрымлыҡ район үҙәгенә бара алмай юл бикләнеп тотҡарланғаныңды нисек аңлатаһың?! Күрмәгәндең һис башына һыяһы түгел бындай хәл. Шуға күрә, иң ҡурҡыныс урында йылғаны кисергә район үҙәгенән вездеход һөйләшеп, иртән иртүк юлға ҡуҙғалдылар.
Фельдшер апайҙың ишек алдынан ҡуҙғалған ят машинаны алыҫтан уҡ күрҙе Сибәғәт. «Өлгөрмәнек!» — тине. Әйтмәҫ ине, ауыҙынан яңылыш ысҡынды. Берҡараһаң, ара алыҫ та ҡалмаған. Тик алдағы йырын һис үтерлек түгел. Ә урауҙан байтаҡ. Ә машина выжлап инде ауыл осон сығып бара, хәҙер улар тәңгәленән елдереп үтәсәк. Сибәғәт үҙе лә һиҙмәҫтән:
— Апай, йәбеш! — тип ҡысҡырҙы. Тәрән йырын алдына килеп үрәпсегән атына ҡаты һыҙырҙы ла ҡурҡышынан сытырлатып күҙен йомдо. «Йә үләбеҙ, йә ҡалабыҙ».
Әллә хужаларының тәрән фажиғәһен тойоп килгән аҡыллы малҡай тәненән һурылып сығырҙай бер ынтылды ла һикерҙе бит. Алғы тояҡтары менән генә тиерлек барып төштө арғы яҡҡа, арт һанын ниндәй ҡеүәт менән тартып алғандыр. Мәтәлләһәләр, өсөһө бер булып армы-тормо киләсәктәр ине. Имен ҡалғандарына ҡыуаныр ваҡыт түгел. Машина тиҙлеген арттыра бара. Малай һөрәнләй-һөрәнләй ҡыялатып сапты. Эстәгеләр әллә абайламаны, әллә күрмәмешкә һалышты. Сараһыҙлыҡтан аҡылын юйғайны, ахыры, Сибәғәт: «Апай, ысҡындыр!» — тип ҡысҡырҙы ла эйәрҙән ҡапыл һикерҙе, тәгәрмәләп тәгәрмәс аҫтына тиерлек барып төштө.
Шофер егет ағарынып ҡатҡан да ҡалған. Гүзәлиә айбарлап тышҡа атылды, малайҙы йолҡоп тигәндәй ерҙән күтәрҙе:
— Нишләгәнеңде беләһеңме һин?
Ә тегеһендә ҡурҡыуҙың әҫәре лә юҡ, тик ашығыуҙан һаман тынын йыш ала:
— Апай, апайымды ҡара! — Гүзәлиә аңламаны. Был буталсыҡ һүҙҙәрҙе, тыныс мәлдә әйтелһә лә, төшөнөрлөк түгел.
— Нимә?
— Апайымдың күҙе күрмәй, апай. Ныҡ ашығып килдек, ҡара инде.
Гүзәлиәнең асыуы ташты. Нисә кешенең башына етә яҙҙы шаҡшы малай. Ул арала шоферға ла һушы ҡайтты. Бер-ике елгәрергә яҫҡанып килә. Әсәһенең ҡаны Гүзәлиәлә лә: башҡаларҙың ҡыҙыулығы уны һәр саҡ һыуындыра. Шоферҙан аралап, малайҙы артына ышыҡланы.
— Нишләп иртәрәк килмәнегеҙ һуң?—тип һораны тыныслана төшөп. Шул тиклем алыҫ юлға сыҡҡанда кире боролорға һис теләге юҡ. — Беҙҙе аша ауылда вездеход ҡаршы алырға тейеш. Ҡабаланабыҙ. Өфөгә алып килерһегеҙ, — тине ул кеҫәһенән визиткаһын эҙләп.
Шофер малайҙы эттән алып эткә һалып һүгә. Ауыл яғынан кешеләр йүгерешеп килә. Ҡым-ҡырыз...
Шул саҡ бөтәһе лә тынып торған саҡ ҡына арала:
— Уңмаған юлды ҡыумайыҡ, мырҙам. Ҡуй, ныҡышма, — тигән тауыш ишетелде. Ялыныу ҙа, ярһыу ҙа юҡ, шул тиклем үҙәккә үткес сабыр. Гүзәлиә аптырап һирпелеп баҡты — эйәрҙәге ҡыҙҙың һылыулығына иҫе китте. («Гүзәлиә тип исем ҡушҡан булғанһың, шулай гүзәл итеп тапмағанһың», — тиер ул әсәһенә Өфөгә ҡайтҡас.)
Тонйорап торған күҙҙәрҙең һуҡырлығына ышанғы килмәй. Тик тәжрибәһе генә, ысынлап та, уларҙа нур юҡлығын һиҙҙертте.
Шоферҙы һуҡрандырып булһа ла кире боролорға тура килде. Йәтешләп ҡумтаға һалынған аппаратура ҡабаттан сығарылды. Ашыҡмай тикшерҙе. Оҙаҡ итеп уйланып ултырҙы. Тағы ҡараны. Кәнсәләргә барып, әллә кемгә шылтыратып кәңәшләште. Тағы ултырып уйланы. Шоферы инде көтөүҙән туҡтап, ултырғысына һуҙылып, серемгә китте. Медпункт фельдшеры самауыр ҡуя башланы.
Гүзәлиә шунан ғына бер ҡарарға килеп, ләм-мим өндәшмәй хөкөмөн көткән ҡыҙға, инде күҙенә түгел, йөҙөнә баҡты:
— Кил Өфөгә, — тине. — Булдырып ҡарайыҡ. — Шунан: — Ҡулдан килгәнде... — тип өҫтәне. — Килмәгәнде лә...
* * *
«Әҙерләнеп тор, — тигәйне киткән саҡта доктор. — Операцияға саҡырып хәбәр ебәрермен».
Ҡайтты ла көтә башланы Зөбәйҙә. Сабырлығын юйҙы, элек, моғайын, хәленә күнгәнгә сыҙаған. Үҙенә урын таба алманы, ары һуғылды, бире һуғылды. Бөтөнләй тәҡәтһеҙ ҡалды. Үлем сигенә етте. Эсеп алдыниһә, әсәһе атаһы менән Сибәғәттән башлап алып китә лә докторҙы ла ҡушып бөтөн донъяға ҡарғыш яуҙыра.
— Буштың атаһы үлгән заманда кемдең кемдә ҡайғыһы булһын? Беҙ, ярлылар, кемгә кәрәк? — тип яраһына тоҙ һибә айыҡ сағында ла.
Ә Зөбәйҙә ашҡыныуын баҫа алмай, йәне-тәне менән үрһәләнә, мөмкин булһа, йәйәүләп сығып китергә әҙер.
Йәнә килеп ҡыҫылды Сибәғәт.
— Китербеҙ, апай, — тине. — Саптарға менгәшер ҙә китербеҙ. Элек кеше Петербурҙарға тиклем шулай йөрөгән, тип һөйләне тарих уҡытыусыһы. Хәҙер бит беҙҙең төбәп барырға кешебеҙ бар.
* * *
Хәнифә ханым хаҡ булған. Райондан йөрөп ҡайтҡан Гүзәлиәнең баҙары күтәрелде. Хатта ғүмере буйы матбуғатта ҡәләм тирбәткән Хәнифә үҙе лә был тиклемен көтмәгәйне. Гәзиттә мәҡәлә баҫылып та өлгөрмәне, бығаса талағы ташып йөрөгән түрәнең кәңәшмәнән ауыҙы йырылып ҡайтты. Донъя тар: хөкүмәттә эшләгән кемеһенеңдер ҡайныһы рәхмәттәр уҡый икән. Гүзәлиәнең дауаһы килешкән. Хатта башҡа врачтар, шунһыҙ булмай, тип тәҡдим иткән операция ла кәрәкмәгән. Шунан таралып киткән яҡшы хәбәрҙе: «Бына, өлгө алығыҙ, нисек эшләргә кәрәк», —тип үҙе кеүек түрә-ҡара алдында хәбәр иткәндәр. Баш врачты аяҡ үрә баҫтырып маҡтағандар. һаулыҡ һаҡлау министры аҙаҡ килеп ҡулын ҡыҫып киткән. Аппаратура менән ҡыҙыҡһынғандар. Инде түрә Гүзәлиәгә үҙе үк ҙурыраҡ бүлмә биреп, клиенттарҙы күбәйтергә ярҙам итәсәген белдереп сығарған. Шулай итеп, Гүзәлиә, әсәһе әйтмешләй, яҡты яғы менән еңеп ҡуйҙы.
Зөбәйҙә тураһында онотманы ул. Кәрәкле кешеләр менән һөйләшеп, саҡ ҡына булһа ла өмөт барлығын асыҡланы. Бик ҡатмарлы операция кәрәк һәм уның да ярҙам итеү-итмәүе асыҡ түгел. Был операция әле махсус рәүештә әҙерлек алып ҡайтҡан бер генә кешенең дарманынан килә. Уның менән һөйләште лә сиратҡа яҙҙырҙы. Шунан шылтыратты район дауаханаһындағы күҙ врачына. «Фәләнсә көнгә килергә әҙерләнһен».
— Элемтә юҡ. Булыу менән хәбәр итербеҙ, — тине тегеһе.
— Әйттегеҙме? — тип тағы һорашты Гүзәлиә бер нисә көндән.
— Кеше аша әйттерҙек, инде барып еткәндер.
Тағы шылтыратты. Асығын ғына әйтә алманылар. Беләме ул бала, нисек килергә йыйына?
Аптырағас, министр урынбаҫары булып эшләгән курсташын район дауаханаһының баш врачы менән һөйләштерҙе. Тегеһе ауылдың йәһәннәмдә икәнен һылтаулап, утыҙ өс йылға кисеп барырға кәрәк, тип баһаһын арттырмаҡсы ине, урынбаҫар һүҙҙе ҡыҫҡа тотто:
— Нишләп беҙҙең Өфө врачтары барып етә ала һеҙҙең ул төпкөлгә, ә һеҙ шунда йәшәп, бер ауырыуҙы алып килә алмайһығыҙ? Үҙең машина менән Өфөгә аҙна һайын йөрөйһөң, бер балаға эргәңдә урын таба алмайһыңмы ни ? — тине лә трубканы ташлап уҡ ҡуйҙы.
* * *
— Атаң туғаны булһа ла шул тиклем тырыштырмаҫ. Үҙәккә үтте бит был күҙ врачы Ғизелхаҡтың ҡыҙын таптырып, — тип һуҡранып ҡайтып инде район дауаханаһының баш врачы. — Бөгөн министр урынбаҫарынан йөҙҙө йырттырҙы. Шоферҙы ебәрмәй булмай инде ул һуҡыр ҡыҙҙы алып килергә.
Шулай итеп илле-алла менән килеп юлыҡты Зөбәйҙә баш ҡалаға. Йәш организм сәләмәт. Операцияға оҙаҡ әҙерлектең кәрәге булманы. Тәғәйенләнгән ваҡытта яһанылар. Заманса ысул, заманса ҡорамалдар менән. Был эш яңы, шуға күрә хирург үҙе лә һәр пациенты өсөн борсола. Гүзәлиә иһә, үҙе ышандырып алып килгәнгә яуаплылыҡ тоямы, Зөбәйҙәне балаһылай күреп тулҡынлана. Хатта күҙҙәрҙәге бәйҙе иртәгә сисергә тигән төндө Хәнифә ханым да йоҡламаны. Көндөҙ мәсеткә барып, бағышлап хәйер һалды, доға уҡытты. Барыһы ла Зөбәйҙәнең күҙе күрә башлаясағына шикләнмәне. Шул тиклем кеше яҡшылыҡ теләп, тырышып торғанда башҡаса булыу мөмкинме? Гүзәлиә хатта, ғүмерҙә ҡыланмағанынса, палатаға парикмахер танышын саҡырып, ҡыҙҙың сәсен матурлатты. Иртәгә көҙгөгә ҡараһын да үҙен матур итеп күрһен!
Булмаһа булмай икән баҙарҙа сөсө икмәк, тиерһең, аптырағас. Мөғжизә, нисәмә кешенең ғажиз булып көтөүенә ҡарамаҫтан, килеп сыҡманы. Нисек, тип тын да алмай көтөп торған табиптарының күңелен күрер өсөн генә булһа ла, эйе, тип әйтерлек нур эҙләне Зөбәйҙә булмышында. Тик әллә һуңғы өмөтө өҙөлгәнгә, донъя тағы ла ҡуйыраҡ һәм дәһшәтлерәк ҡараңғылыҡҡа батҡайны.
Йәш коллегаһының уңышына һөйөнөргә теләп, юл ыңғайы һуғылған ҡарт профессорҙың:
— Ҡайһы бер осраҡтарҙа күреү һәләте яйлап ҡайта. Бының хатта ике-өс ай үтеп киткәс тә булыуы ихтимал, — тигән һүҙҙәре һуңғы тапҡыр «Ҡотҡарығыҙ!» тип ҡысҡырып батып киткән кеше артынан һалам ырғытҡан һымаҡ ҡына яңғыраны.
* * *
Гүзәлиә Зөбәйҙәне өйөнә алып ҡайтты. Хәнифә ханым уның һәр бер туғанына тәғәйенләп күп итеп күстәнәс әҙерләне. Бер-ике генә кейеп һалған кейем-һалымды ла төйнәштерҙе. Аҡтарынған ваҡытта башына уй килде.
«Был баланың күңелен нисек күтәрергә?» — тип өҙгөләнеп йөрөүенә яуап булды был. «Мин уға бәхетле күлдәгемде бүләк итәйем». Зөбәйҙәнең буй-һынын самаланы, тап-таман булырға тейеш. Буласаҡ ире, Гүзәлиәнең атаһы, менән бәхетле ҡауышыуҙарының иҫтәлеге, балалар йортонда үҫкән зарлы яҙмышының шау бәхеткә алып киткән боролошондағы маяҡ булып әллә нисәмә йылдар буйы һаҡлана ине был һаман да төҫөн ташламаған зәңгәр ебәк. Хатта уға ҡағылһаң ғына ла ҡотоң кире ҡайтҡан ҡомартҡы булып киткәнгәме, ни тиклем генә сумарт булмаһын, Гүзәлиәгә күлдәк йәл күренде.
— Мин күпме хыялландым кейергә, яраманы. Әлисәгә һыймаҫ микән берәй заман ? — тип ыңһырлау тауышы сығарғайны, әсәһе бүлдерҙе.
— Ун йәшендә утыҙ һигеҙенсе размер итек кейгән балаға был ярамай инде, ҡыҙым, ҡуй, йәлләмә, — тине. — Әсәһе лә, атаһы ла эре һөйәкле — кемгә тартһын? Ҡыҙыңдың шул күлдәккә ҡалған көнө юҡ. һеҙ башҡа менән бәхетле...
Өмөтө ҡыра һуғылған Зөбәйҙәне уйлап, Гүзәлиәгә ҡарунлығы өсөн ныҡ оят булып китте. Аяҡ юллыҡ ҡына күрә башлаһа, аҡтыҡ ғүмерен септәгә төрөнөп үткәрергә лә риза булыр ине бит ул, бахыр.
— Хәҙер бындай ебәктәр юҡ, — тине Хәнифә ханым Зөбәйҙәгә күлдәкте кейҙереп. — Бына бит, үҙеңә үлсәп теккән төҫлө. Нисәмә йыл яңы хужаһын көтөп ятты. Гүзәлиә апайың, башта үҫеп буйға етәм дә кейәм, тип хыялланды — һыйманы. Имтиханға барыр булһа, их, шул күлдәк һыйһа, биш алып ҡайтыр инем, тип үкенер ине.
— Мине үҙеңә оҡшатып тапмағас ни! — тип һүҙ ташланы Гүзәлиә. — Шул тиклем тал сыбыҡтай буламы кеше?!
— Атайыңды ныҡ ярата инем шул. Балам уға оҡшап тыуһын, тип теләнем, — тине әсәһе. — Ярар, һин был күлдәкте кеймәһәң дә, гел генә бишкә уҡының.
— Уға тейеп кенә алһаң да ырыҫы күсә бит, әсәй.
— Бына ошо ҡомартҡыбыҙ һиңә яҙған, Зөбәйҙә. Шуға күрә уның зәңгәрлеген күреп тә ҡыуанырһың әле. Мин шуға бик ныҡ ышанам.
Ни ғәләмәт, профессорҙың һүҙҙәре лә ялғай алмағайны Зөбәйҙәнең күҙендәге бәйҙе сисеү менән үлемесле һыҙландырып өҙөлгән өмөтөн. Ошо күлдәк күңеленә ҡот ҡайтарҙы.
***
— Ай-Һай, йоҡо мискәләре! Тороғоҙ әле! — Атаһының ҡәнәғәт тауышына уянып китте Зөбәйҙә. «Нишләп күңеле көр?» — тип уйланы. Хәҙер бит уға күпселек мәғлүмәтте ҡолағы бирә: ҡыңғырау сыңлап китеүҙән төшөндө ҡыҙ. Аҙнанан ашыу юғалтып йөрөгән ҡолонло бейәһен табып алып ҡайтҡан, ахырыһы. «Бигерәк асҡаҡлап киткәнһегеҙ ҡыш буйы интернатта, ҡымыҙ яһап эсә башлар кәрәк», — тип ултыра ине. Аласыҡтан ишек шығырлатып мырҙалары сыҡты, иһәннәшеп.
— Атағыҙ ни һан ер урап ҡайтты. Ҡояш дилбегә оҙонлоғо күтәрелгәнсе ятаһығыҙ. Төндә әҙерәк йөрөргә кәрәк. Ни тигән эш ул бер туҡтауһыҙ аша ауылға уйын тип сабыу? — тип йомшаҡ ҡына орошоуын дауам итте атай. — Бар, һыйырҙарҙы йәһәт кенә һауып ҡыуығыҙ.
Был ғаиләлә донъя ир-егеттәргә ҡарап тора шул — әсәһе йәнә әллә кемдә эсеп йығылып ҡалғанмы, тандан уҡ сығып олаҡҡанмы?
— Сибәғәт, кил әле бында, — атаһының тауышында серле ауаздар яңғырағанға ҡыҙыҡһынып китте Зөбәйҙә — урмандан берәй тәмле нәмә алып ҡайтһа, «ҡуян күстәнәсе» бирергә шулай саҡыра. Урынынан ҡалҡа биреп эргәләге асыҡ тәҙрә яғына боролдо. Атаһы эйәренең ҡанъяғаһынан тоғон сисеп тора, бына улына ҡуҙаҡлап йыйылған еләк тәлгәше тотторҙо. Еләге ҡып-ҡыҙыл, эре.
—Торғас, апайыңа бирерһең.
— Шул хәҙәрлем булып еләк бешкәнме? — Малайҙың ауыҙы йырылды.
— Теге битләүҙә. Иртәгә үк барып йыйырһығыҙ. Бөгөн эш бар, — тине атаһы. — Тороп тор, мә, быныһын да. — Салт ҡыҙыл һабын сәскәләренән ҙур шәлкем яһаған. «Рәхмәт инде, атаҡайым, шул тиклем мәшәҡәтеңдә лә минең күңел тураһында онотмайһың!» Күңеле тулып шулайтып уйланы ла ҡайырылып ҡараған атаһының йөҙөн күреп, ҡойолоп төштө. Танымаған кеүек торҙо хатта. Асҡаҡ йөҙөндә ҡоро танау ғынаһы һерәйеп ҡалған, йонсоу, өлкәнһыу төҫ кергән... Маңлай күҙе күрмәй башлағас, бөтөн нәмәне күңел күҙе менән күрә ине Зөбәйҙә.
Күҙле саҡта нисек хәтерендә ҡалған, шулай. Әле күргәндәрен: ҡыҙыл еләкте лә, сәскәләрҙе лә, ғәҙәтенсә, фаразлайымдыр тип ҡабул иткән. Әммә бит ул атаһын былай тип белмәй! Әллә? Башына килгән уйынан тетрәнде лә күҙен йомдо. Йомдо ла ҡабат асырға ҡурҡып тик ултырҙы.
Әммә йәне түҙмәй — һирпелеп баҡҡайны, артыҡ тәьҫирләнгән өсөнмөлөр күҙ алдары томан һымаҡ ап-аҡ булып торҙо бер аҙ. Шунан фотоһүрәт эшләгәндәгеләй яйлап ҡына асыҡлана-асыҡлана барҙы: ана, атаһы ҡыҙының халәтен тойған шикелле, уның тәҙрәһенә ҡарап тора, ҡалай ҡартайып, ябығып киткән.
«Күрәм?!» Донъяның ҡабат томаланып барыуынан ҡото осҡан Зөбәйҙә, йәнә йөрәге жыу итеп, битен ҡапланы. Шунан башына саҡ барып етте: күҙ йәше икән дә һуң был, ҡыуаныс йәштәре...
Һәрмәнеп барып сумаҙанын асты ла ебәк күлдәкте алып күҙенә япты. Ҡалһаң, һин генә һаҡлап алып ҡалырһың был мөғжизәне!
Бәхете эсенә һыймай урғылһа ла, бер кемгә лә өндәшә алманы Зөбәйҙә. Хазинаһын донъя күҙенән йәшергән ҡарундай... Юҡ, улай түгел, уның китмәҫкә килеүенә ышанып бөтмәгәнгә. Иртәнге тамаҡты эскәндә ул, тәғәм ризыҡ ҡаба алмай, барыһына ла йотлоғоп ҡарап тик ултырҙы. Атаһы мырҙаларын ҡорт ҡарарға алып киткәс, Зөбәйҙә зәңгәр ебәкте кейеп алды. Келәттән тырызын алып сыҡты. Әле ҡартатаһынан иҫән сағында эшләтеп алған бала саҡ тырызын. Көҙгөгә инеп, үҙенә йәнә бер күҙ һалды: ятыраҡ ине унан ҡарап торған еткән ҡыҙ, сәйерерәк, әллә ниндәй эрерәкме, һынсылыраҡмы шунда. Тома үткәргән өс йыл эсендә ҡайһылай үҙгәргән. Моғайын, эстән сынығып, ихтыярының ҡатыуы йөҙөнә сыҡҡандыр. «Ҡыуаныс йомшартыр», — тине ҡыҙ, зәңгәр итәк менән йөҙөн ҡаплап. Унан шундай рәхәт хуш еҫ сыға.
«Итәк-митәген сәнскәккә эләктереп, бөргәк һырытып, затлы нәмәнең бәҫен бөтөрәһең, — тип һуҡраныр инде әсәһе күрһә. Тик Зөбәйҙәнең иң ғәзиз ере: мәсете лә, клубы ла, театры ла, концерты ла ошо ялан, иң яҡын дуҫы сәскә лә күбәләк — тап ошолай, матур булып барып урағыһы килде бәхетен уртаҡлашырға. Арманһыҙ булып еләк йыйырға түгел бит, ялан йәмен күреп... Күреп! Ҡайтырға.
* * *
— Әллеү! — Бинокль менән һауала кәйелгән бөркөттө күҙәтеп ятҡан Айбулат аяғын ҡырмыҫҡа тешләгәнгә һикереп китте. — Нимә эшһеҙ йөрөйһөң? — тип асыуһыҙ ғына алып ташланы ла тирә-яҡҡа күҙ һалды. Малдар һыулауҙа ята. Рәхәт. Ыбыр-сыбыр (ул ҡустыларын шулай атай) менән көтөүсе Сәйфулла олатай балыҡ ҡармаҡларға төшөп киткән. Ҡамасаулаусы юҡ. Ошондай файҙалы ла, рәхәт тә ял уйлап тапҡан өләсәһенә рәхмәт әйтеп бөтөрә алмай Айбулат. Көнө буйы һыйыр ҡойроғо артынан сабыу ҡайһы ваҡыт ялҡытып китһә лә, тәбиғәттең (һәм ниндәй тәбиғәттең бит әле!) ҡуйынында йәшәү мауыҡтырғыс. Унан, аҙмы-күпме аҡсаһы ла буласаҡ, фермер ағаһына ла ярҙам, эшкә лә өйрәнәһең.
Егет биноклен йәнә һауаға тоҫҡарға ине, ҡашлаҡтағы сәйер йыбырлауға иғтибар итте. Әйтерһең дә, зәңгәр күктең бер киҫәге өҙөлөп ергә төшкән. Эйелеп-эйелеп берәү ниҙер өҙә. «Еләккә иртәрәк бит әле», — тип уйланы ҡала егете. Берәй әбей-һәбей шифалы үлән-маҙар йыямы? Алыҫ булғас, асығы күренмәй. Биноклен борғослап алғас, зифа буй-һынды, бөгөрөнә төшкән толомдарҙы абайланы. Шул тиклем һылыу булып күҙ алдына килде ҡыҙ. Ҡулында тырыз, ахыры. Бына ул ҡырластан барған һуҡмаҡ буйлап китеп барҙы. Бер аҙҙан тотош күҙҙән юғалды.
— Ул ҡашлаҡта еләк иртә бешә, — тине Сәйфулла ҡарт, сәй артында Айбулат шул хаҡта һүҙ башлағас. — Был ауылда кемдең улай еткән ҡыҙы бар һуң? Ауылда ни ҡыҙҙар ҙа юҡ инде. Ғизелхаҡтың ғына...
— Уның ҡыҙы һуҡырҙаһаң, олатай, — тине Сәлим, фермер малайы, Айбулаттарҙың ике туғаны.
— һуҡыр... Тома һуҡырмы?—тип тетрәнде Ирек. — Нишләп һуҡыр?
— Уны дауалап булмаймы ни? — Айбулатҡа ла ҡыйын булып китте.
— Уны кем генә хәстәрләһен инде? Әсәһе эсә, — тип вайымһыҙ ғына әйтеп ҡуйҙы Сәйфулла ҡарт. — Тау ашаһынан беҙҙең Бәрҙеғол да яҡын инде белгән кешегә. Тик унан яңғыҙ-ярым йөрөмәҫтәр ине.
— Бисура булғандыр ул, Айбулат ағай. һине әүрәтергә итеп, юрый күҙеңә күренгән генәлер, — тине Сәлим шомло итеп.
— Ниндәй бисура, сәсе ҡара, ти ҙә баһа. Пәрей ҡыҙҙарының сәсе һары, күҙҙәре зәңгәр була, ти. — Сәйфулла ҡарт малайҙы ирештерҙе.
— Күҙе зәңгәр, тимәнем дә инде. Күлдәге зәңгәр ине, — тине Айбулат, инде нишләп был һүҙҙе башлағанына үкенә биреп.
— Ҡыҙҙар ни төҫ итеп кейә инде. — Иректең күҙҙәре янып китте. — Әйҙәгеҙ, беҙ ул ҡыҙҙы табайыҡ. Ҡыҙыҡ бит, операция «Зәңгәр».
— Эҙләгән һеҙ эҙләгеҙ инде, төнө буйы уйын тип сапҡан дәртлеләр, — тине Айбулат. Тик күңеленә ингәйне был ҡыҙ. Ниндәйҙер сәйер тойғо уянды, серле лә, аҙыраҡ шомлораҡ та. Юҡ, һуҡыр түгел ине был ҡыҙ, бик ышаныслы атлап йөрөй ине. Эйелеп еләк сүпләне, сәскә йыйҙы, башында сәскәнән тажы ла бар һымаҡ...
Ә ыбыр-сыбырға етә ҡалды. Кискелеккә йәнә уйын тип сапҡанда, эш бөтөрөргә йыйынған кеүек ҡыландылар. Йәнәһе, ағаларына кәләш күҙләйҙәр, яҡшылыҡ ҡылалар.
— Ярар, ярар, төн һайын көтөүҙе олатай менән беҙ ҡарауыллайбыҙ. Ә төнгө смена өсөн икеләтә түләнә. Эш хаҡы иҫәпләгәндә бүрегеҙ олор әле, — тип ирештерҙе Айбулат.
— һинең кеүек тыумаҫ борон ҡартайған... — тип үсекләштеләр ҙә Чапай кеүек елдерҙеләр егет йораттары. Бер сәғәт тә үтмәгәндер, Сәлим таһырлап ҡайтып та етте.
— Айбулат ағай, тор, таптыҡ бит беҙ теге ҡыҙҙы. — Йоҡлап ҡына китеп бара ине, йәне көйөп китте егеттең.
— Йөрөмәгеҙ әле шаярып.
— Ысын да ул. Зәңгәр күлдәк. Сәсе лә ҡап-ҡара. Бик оҙон түгел түгелен. Ирек уны һағалап тороп ҡалды уйында. Мин һинең арттан саптым.
Бала-саға ыңғайына йөрөгәне өсөн үҙен әрләһә лә, эйәрергә тура килде Айбулатҡа. Берҙән, быныһы өҙмәй ҙә ҡуймай. Икенсенән, күңелдә көҙөк булып тормаһын әйҙә. Мажара лаһа. Тик клубта магнитофондан ағылған көй аҫтына килештереп ҡыйшанлаған ҡыҙға ҡарап торҙо ла күңеле ҡайтты.
— Ул түгел, — тине. — Бындай ҡыҙҙар беҙҙең Өфөлә лә быуа быуырлыҡ.
* * *
Кистән оҙаҡ ҡына йоҡларға ҡурҡып ятҡайны Зөбәйҙә. Иртән тороуға мөғжизә бөтөп ҡуйһа! Күҙен асты ла көлөп ебәрҙе. Донъя нурлы һаман. Ана, өҫтәлдә атаһы алып ҡайтҡан һабын сәскәләре! Инде ҡыуанысын йәшерәһе түгел. Йәндәрен бирерҙәй булып йөрөгән ғәзиздәре менән уртаҡлашмау яҙыҡ. Һикереп тороп сәсен тараны ла зәңгәр күлдәгенә үрелде. Бөтөн матурлығында һөйөндөргөһө килде. Ошонда ғына элгәйне ләһә кисә көндөҙ. Күренмәгәс, сумаҙанын аҡтарҙы, әсәһенең һандығына сумды. Зым-зыя. Йөрәге жыу итеп китте. Тапмаһа, ҡараңғылыҡ яңынан йотор кеүек. Асырғанып, соланда ятҡан әсәһенә ҡысҡырҙы:
— Ҡайҙа күлдәк?
Тауышы ҡот осҡос булғандыр. Айнығып етмәһә лә, әсәһе һикереп торҙо, сәсе-башы туҙып.
— Ниндәй күлдәк? — Уянып етеү менән йөҙө үҙгәрҙе: бурҙың бүрке яна.
— һин алғанһың, әсәй, ҡайҙа ҡуйҙың? — Бышылдап ҡына әйтте, һөрән кеүек ишетелде: — Уға тейгәнсе, йәнемде алһаңсы... — Шул тиклем ярһыу, нәфрәт ишетелде тауышында.
Ғәзиз балаһынан ғүмерҙә лә быны көтмәй ине әсә, ҡаушап төштө, хатта тана алманы.
— Бер литрға алмаштырҙыҡ, балам. Күрше ауылдың һатыусыһы Сара ҡыҙына тип алды. — Ҙур күҙҙәрен тонйоратып бер гонаһһыҙ кеүек йәлләтеп ҡарап тора, етмәһә, үҙе. — Баш төҙәттерергә минең сират ине...
«Нишләнең һин?» —тип әйтергә теләне Зөбәйҙә, быума тотҡан һымаҡ тыны быуылды. Ныҡ ярһығанғамы, күҙ алды ҡараңғыланғайны, ҡабат һуҡырайып барам икән тип ҡото осто ла, быуыны тотмайынса теҙләнде.
— Бер иҫке күлдәк тә булдымы мал, балам. Башмаҡты һатҡас, мин һиңә өр-яңыны алып бирәм, — әсәһе, янына ултырған да, сеңләй. Йылғалай аҡҡан күҙ йәше Зөбәйҙәнең битен еүешләй. — Бушҡа өмөтләндереп тәҡәтеңде ҡороттолар бит. Нервыларың ҡаҡшап бөткән, балам, — тип һамаҡлай үҙе.
Ҡайһылай ҡартайып киткән әсәһе лә. Күҙ нурҙары ҡайтҡас, Зөбәйҙәнең әле уға ошолай яҡындан ҡарарға форсаты сыҡмағайны. Күҙ төптәрен селтәрләп ваҡ ҡына йыйырсыҡтар ятҡан. Башҡа мәлдә ҡыҙының әллә ҡайһылай аша ҡараған күҙҙәре йотлоғоп текләүгә ҡото осто әсәнең. «Аҡылдан шашып баралыр бала!» —тигән уйҙан: «Ғизелхаҡ! — тип йән әсеүе менән ҡысҡырып ебәрҙе. — Биш ярты ла йәл түгел. Кире барып алырбыҙ, балам. Тыныслан!» — тип өҙгөләнде үҙе.
— Мин күрәм бит, әсәй! — тип бышылданы Зөбәйҙә.— Инде, әсәй, һиңә эсергә кәрәкмәй, ишетәһеңме? Әсәй, мин кисәнән бирле күрәм, — иркәләп, ағарған сикә сәстәрен һыйпаны. — Һине көйҙөрөп нисек ҡартайтҡанымды ла күрәм. Инде ҡайғырырға бер сәбәбең дә юҡ, әсәй.
Ҡай арала тупырлашып килеп инеп уратып баҫҡандар, атаһы менән мырҙаларына ҡалҡып баҡты: күҙ йәштәре субырлатып аға. Үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышана алмайҙар. Ҡатҡандар ҙа ҡыбырларға ла ҡурҡалар тылсым юғалыуҙан.
— Атай, — тип Зөбәйҙә көлөп һикереп тора.— Телеграмма һуҡ Гүзәлиә апайға, әсәһен алһын да тиҙерәк килеп етһен. Хирург ағайҙы ла ҡалдырмаһындар. Иң һимеҙ тәкәләрҙе һуяйыҡ. Иң матур еләклектәргә алып барайыҡ. — Һуҡырайғандан алып шымған Зөбәйҙәнең күңел быуаһы, гүйә, йырылған — бер туҡтамай һөйләгеһе килә. Уға хәҙер донъя шау мөғжизәнән генә яралған кеүек. Мөмкин булмаған бер генә лә нәмә юҡ кеүек. Әгәр ҙә донъя ошондай нурлы, ошондай яҡты, ошондай йәмле икән, һау кешенең тормошо гел ғәмәлгә ашҡан хыялдарынан ғына торорға тейеш!
***
Яҙғы ташҡынға ҡарап башынан кискәндәрҙе хәтеренән үткәреп торған Зөбәйҙәнең арҡаһына дебет шәл килтереп япты уянып сыҡҡан Айбулат.
— Шул тиклем ярға яҡын баҫҡанһың. Ҡурҡтым. — Атаһының һүҙен ҡәүәтләгән кеүек, йөрәк аҫтында сабый ҙа тибешеп ҡуйҙы.
— һандуғастар йоҡо бирмәй, — тип көлдө Зөбәйҙә. — Сабыйға ҡарында саҡтан уҡ классик музыка тыңлатырға кәрәк, тиһең бит үҙең. Донъялағы иң камил моңдо ишетеп үҫһә, тағы ла файҙалыраҡтыр, тинем.
— Ысынлап та, бөгөн бигерәк шашҡандар. Симфония тиерһең, — тип һоҡланмай булдыра алманы Айбулат. — Тик әсәй кешегә йоҡларға ла кәрәк.
«Рәхмәт һиңә, ғаләм! Ихлас итеп теләһәң, хыялдарҙың ысынлап та тормошҡа ашҡанын хәҙер һәйбәт беләм!»
Читайте нас: