Все новости
Новости
10 Октября 2020, 22:30

Юғары дәүләт наградаһы – иң лайыҡтарға

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш барышында Радий Хәбиров Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Шағир һәм яҙыусы, Башҡортостан гимны авторҙарының береһе Рәшит Әхмәтзакир улы Шәкүров "Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләнде. Хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ!

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш барышында Радий Хәбиров Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Шағир һәм яҙыусы, Башҡортостан гимны авторҙарының береһе Рәшит Әхмәтзакир улы Шәкүров "Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләнде. Ошондай уҡ орден менән Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев та бүләкләнде.
Совет һәм Рәсәй ғалимы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Айрат Шаммазов “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены кавалеры булды. "Пышка” компаниялар төркөмө генераль директоры Рәсимә Мусина һәм дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Виктор Пчелинцев Григорий Аксаков орденына лайыҡ булды.
Читайте нас: