Бер бизнесмен миллион доллар йыйғас, инде ял итәйем тип уйлаған. Әммә хыялын тормошҡа ашырып өлгөрмәгән, уға әжәл килгән. Fүмер буйы һатыулашып өйрәнгән сауҙагәр унан бер аҙ ваҡыт биреүен һорай:
— Миңә өс көн генә ваҡыт бир инде? Байлығымдың өстән бер өлөшөн бирәм.
—Улайһа, ике...Юҡ, өс миллионымды ал. Тик бер көн бир, күптән күрмәгән ғаиләмде, туғандарымды барып күрәйем, тирә-яҡтың хозурлығына һоҡланып туяйым.
Шул саҡ бай үҙ улына хат-хәбәр яҙырға ярты минут ваҡыт һораған. Әжәл ризалашҡан.
—Ваҡытыңдың ҡәҙерен бел, улым, — тип яҙған ул. — Миллион долларыма бер сәғәт ваҡыт та һатып ала алманым.