Республикабыҙ тарихында баһалап бөткөһөҙ бөйөк эштәр атҡарып, халҡыбыҙ йөрәгендә онотолмаҫ яҡты эҙ ҡалдырған тотош бер быуын бөйөк шәхестәребеҙ бар. Башҡортостан дәүләтселеге башланғысында торған уҙамандар – Хафиз Ҡушай улы Ҡушаев һәм Муллайән Дәүләтша улы Халиҡовтың исемдәре айырыуса ҡәҙерле.
Республика көнө алдынан Башҡортостан йәмәғәтселеге күптән көткән ваҡиға булды – халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарының иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Башҡортостандың Милли музейы бинаһында мемориаль таҡтаташтар ҡуйылды. Тап ошо бина ҡасандыр БАССР Хакимиәтенең тәүге резиденцияһы булған. Бында Башҡорт үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Хафиз Ҡушаев һәм БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Муллайән Халиҡов эшләгән.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәлим Яҡупов менән Милли музейҙың генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев барыһын да ошо күркәм тарихи сара менән ҡотланы. Бүздәк районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лариса Баймөхәмәтова күренекле яҡташтары Муллайән Халиҡов хаҡындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлауҙары, арҙаҡлы яҡташтарына бюст асырға теләүҙәре, районда даими уҙғарылған Халиҡов уҡыуҙары һәм башҡалар хаҡында хәбәр итте.
Мәртәбәле сарала данлыҡлы шәхестәрҙең туғандары ла ҡатнашты. «Яҡташыбыҙ Хафиз Ҡушаевҡа ошондай таҡтаташ асылыуына ҡыуанабыҙ. Ул беҙҙең яҡтарҙа күп кенә легендалар, “Хафиз-кантон” халыҡ йырының геройына ла әйләнгән хатта. Хафиз Ҡушай улының бер туған ҡустыһы Ҡәйүм Ҡушай улы бик күп йылдар дауамында ошондай таҡтаташ урынлаштырыу ниәте менән янып йәшәгән. Уның көсө менән Хафиз Ҡушаев тураһында күп кенә архив мәғлүмәттәре тупланған, Ҡәйүм Ҡушай улы ағаһының таҡтаташына яҙыласаҡ һүҙҙәрҙе лә әҙерләгән булған», — тип һөйләне тантанала Силәбе өлкәһе Көҙәш ауылындағы музей мөдире Мөхтәрәмә Ишбулатова.
Муллайән Халиҡовтың туғаны Хизә Шафиғуллина ла ошондай сара үткәргәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Сарала шулай уҡ Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президенты Айтуған Аҡманов, Хафиз Ҡушаевтың һәм Муллайән Халиҡовтың Силәбе өлкәһе Арғаяш районынан һәм Бүздәк районынан килгән яҡташтары һәм туғандары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты вәкилдәре ҡатнашты.
Таҡататаштарҙы асыу тантанаһынан һуң Милли музейҙа “Күренекле етәкселәр Хафиз Ҡушаев һәм Муллайән Халиҡов: хәтер һәм мираҫ” исемле түңәрәк өҫтәл үтте. Уның барышында республика тарихсылары һәм йәмәғәтселәре ике күренекле дәүләт эшмәкәрҙәренең исемен мәңгеләштереү буйынса артабанғы эштәр хаҡында фекер уртаҡлашты.