Все новости
Новости
9 Октября 2020, 18:30

Көҙгө каникул бер аҙнаға оҙайтыла

Башҡортостанда мәктәптәрҙә көҙгө каникул бер аҙнаға оҙайтыла. Көҙгө каникул 26 октябрҙә башланырға һәм 10 көн, 4 ноябргә тиклем дауам итергә тейеш ине. Хәҙер ул...

Башҡортостанда мәктәптәрҙә көҙгө каникул бер аҙнаға оҙайтыла. Көҙгө каникул 26 октябрҙә башланырға һәм 10 көн, 4 ноябргә тиклем дауам итергә тейеш ине.
Хәҙер ул бер аҙнаға алданыраҡ — 19 октябрҙә башлана. Шулай итеп, уҡыусылар 17 көн ял итә.
Был ҡарар коронавирус менән сирләү буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараған уҡытыусыларҙың именлеген тәьмин итеү кәрәклеге менән аңлатыла.
Республиканың 112 мәктәбе уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың COVID-19 менән ауырыуына бәйле өлөшләтә дистанциялы уҡытыуға күсте.
https://www.bashinform.ru/news/1505011-v-bashkirii-osennie-kanikuly-v-shkolakh-resheno-prodlit-na-nedelyu-/
Читайте нас: