Өфөлә ауырығандан һуң журналист, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Самат Ғәлимйән улы Ғәлин 52 йәшендә генә донъя ҡуйҙы. Коллегабыҙ “Башҡортостан” гәзитендә 2015 йылдан алып хеҙмәт итте. “Башҡортостан” гәзитен, “Ватандаш” һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын бер филиалға берләштергәс, берҙәм коллектив булып эшләнек. Хеҙмәттәшебеҙҙе шәп журналист, көр күңелле кеше булараҡ белә инек.